+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Июль 2023, 16:36

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө киң билдәләнәсәк

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн Башҡортостан халҡы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында билдәләйәсәк.

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө киң билдәләнәсәк
Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө киң билдәләнәсәк

2 август көнө 10.00 башланған  сарала,теләгән һәр кем  ҡатнаша ала.

Байрам программаһы:

11.00:

  • «Геройҙар уҙышы» - муниципаль берәмектәр командаларының ҡаршылыҡтар аша йүгереүе

 

12.00-15.00:

  • Интерактив күргәҙмә майҙансыҡтары эше
  • Башҡортостандың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт
  • Спорт майҙансыҡтары– волейбол, баскетбол, ГТО
  • Оҫталыҡ дәрестәре

 

15.00-16.30:

  Спецназ һәм һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының күрһәтмә сығышы
   Авиашоу
  «Контингент» төркөмө концерты

«Патриот» хәрби-патриотик паркының адресы: Шишмә районы, Алкин-2 ауылы.

Рәхим итегеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: