+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Июль 2023, 12:10

Сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындары тамалана

Бөгөн, Өфөлә Р. Баталов исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындарын ябыу тантанаһы үтә. Сара 18:00 сәғәттә башлана.

Сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындары тамалана
Сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындары тамалана

Ярыштар 23 июлдә башланғайны. Донъяның 30 иленән спортсылар Өфөнөң 18 спорт майҙанында 21 спорт дисциплинаһында көс һынашты. Уйындарҙа Франция, Төркиә, Белоруссия, Ҡаҙағстан, АҠШ, Испания, Израиль, Кения, Бахрейн, Иран, Ирак, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙең спорт делегациялары ҡатнашты.

        Һоҡланғыс шоу-программаны күрергә, спортсылар менән фотоға төшөргә, сағыу тамашаның бер өлөшө булырға теләүселәрҙең барыһы ла мөмкин!

        Ябыу тантанаһы Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47 адресы буйынса уҙа.

Инеү ирекле!

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: