+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ноябрь 2023, 07:40

Башҡортостандың финанс министрлығы спортты һәм мәҙәниәтте финанслауҙың ҡыҫҡартылыуын аңлатты

Башҡортостанда 2024-2026 йылдарҙа мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәтен финанслауҙы ҡыҫҡартыу күҙаллана. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың финанс министрлығы спортты һәм мәҙәниәтте финанслауҙың ҡыҫҡартылыуын аңлатты
Башҡортостандың финанс министрлығы спортты һәм мәҙәниәтте финанслауҙың ҡыҫҡартылыуын аңлатты

Был Өфөнөң 450 йыллығына арналған ҙур объекттар төҙөлөшө тамамланыуға бәйле, тип хәбәр итте республиканың финанс министры Лира Иғтисамова. Шул уҡ ваҡытта учреждениеларҙы, өҫтөнлөклө программаларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын тәьмин итеү тулы күләмдә һаҡлана, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство башлығы.

      Финанс Министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда республикала мәҙәниәтте бюджеттан финанслау 9,2 миллиард һум тәшкил итәсәк, киләһе йылда аҡса күләме 10,6 миллиардҡа тиклем артасаҡ, ә һуңынан ике йыл эсендә 7,5 миллиардҡа һәм 7,4 миллиардҡа тиклем кәмеү көтөлә.

     2023 йылда спорт өлкәһе 7,9 миллиард һумға финанслана. 2024 йылда 5,2 миллиард, һуңынан ике йыл дауамында 3,2 миллиард һум көтөлә.

      Йәштәр сәйәсәтенә ағымдағы йылда — 4,6 миллиард һум, 2024 йылда — 4,2 миллиард, 2025 һәм 2026 йылдарҙа 3,9 миллиард һум һалынған.

     Лира Иғтисамова шулай уҡ республика хөкүмәте федераль бюджет трансферттарының ҡыҫҡартылыуын көтмәй, тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ул бер аҙға артасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: