+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2023, 22:35

Ҡырҡты буйында бәйге уҙҙы

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса районда күп эштәр башҡарыла. Яңыраҡ ҡаһарман райондашыбыҙ иҫтәлегенә арналған ат ярыштары үтте.

Ҡырҡты буйында бәйге уҙҙы
Ҡырҡты буйында бәйге уҙҙы

Бәйгелә Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ һәм Күгәрсен райондарынан ҡатнаштылар. Спорт ярышын район хакимиәте, Таштимер һәм Ташбулат биләмәләре ярҙамында йылҡысылар Зөлфәр Мөхөтдинов, Айтуған Мәғәфүров һәм Илфат Ғиниәтов ойошторҙо.
Ярышты тантаналы асып, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов, Таштимер һәм Ташбулат ауыл биләмәһе башлыҡтары Земфир Арғынбаев менән Динис Таһиров ат сабышында ҡатнашыусы бәйгеселәрҙе тәбрикләне, лайыҡлы еңеү теләне. Тамерландың әсәһе Айгөл Шакирова сығыш яһаны, улы хәтерен мәңгеләштереү өсөн сара ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Йәмле Ҡырҡты буйынса үткән сабышта биш заезд булды. Иң тәүгеһендә ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашты. Финишҡа беренсе булып елдәй елеп, Платина ҡушаматлы ат килде, уның һыбайлыһы — Наташа Абдуллина (Әбйәлил, ат хужаһы Зөлфәр Мөхөтдинов).
Икенсе заезда өс йәштән өлкән таҙа тоҡомло һәм ярым таҙа аттар ярышты. Улар араһында Снежана Таймасова эйәрләгән Орандж ҡушаматлы ат алдынғылыҡты бирмәне. (Баймаҡ районы, ат хужаһы Илшат Ситдиҡов).
Башҡорт тоҡомло өлкән йәштәге аттар араһында Малай ҡушаматлы ат еңеүсе булып танылды. (Һыбайлыһы Сергей Айсенов, хужаһы Венер Ғәлиуллин).
Дүртенсе заездағы стартҡа бөтә йәштәге яҡшыртылған башҡорт тоҡомло аттар сыҡты. Беренсе булып һыбайлы Динар Фазлетдинов үҙенең Сансар исемле атында килде (Учалы районы, йылҡы хужаһы Руслан Динисламов).
Ат сабыштарында иң мауыҡтырғыс булған бәйге Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәжит Шәғәлиевтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Бер кемгә лә алдынғылыҡ бирмәй, финиш һыҙығын тәүге булып үткән Рафаэль Ҡорбанаев үҙенең Сириус (Күгәрсен районы, хужаһы Рәфҡәт Ҡорбанаев) исемле аты менән бәйге еңеүсеһе исемен яуланы. Ярыш призерҙары кубоктар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Таштимер биләмәһе хакимиәте башлығы Земфир Арғынбаев ат ярышының бағымсылары Илфат Ғиниәтов, Ғаяз Шәғәлиев, Наил Рәхмәтуллин, Иршат Малыбаев, Фуат Талипов, Руслан Италмасов, Рәсих Ҡарабәндин, Әбүзәр Мөхөтдинов, Наил Фәтхетдинов, Ғаяр Мөхөтдинов, Радмир Һиҙиәтуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Герой Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Шакирова район башлығы Илдар Нафиҡовты һәм ярышты ойоштороусыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Автор:
Читайте нас: