+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ноябрь 2023, 11:05

Спорт заман менән бергә атлай

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуға – 20 йыл

Спорт заман менән бергә атлай
Спорт заман менән бергә атлай

Спорт комплексының юбилей датаһы Башҡортостанда Спорт министрлығының 100 йыллығы, Ватан волейболының 100 йыллығы, Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә ҙур итеп билдәләнде. “Батыр”ҙы дәрт-дарманы ташып торған һәм һөҙөмтәләргә бай йәшлек юбилейы менән ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Сарала райондың спорт ветерандары хөрмәтләнде, ФҺК-ла шөғөлләнеүсе йәш быуын вәкилдәренең күрһәтмә сығыштары Әбйәлилдең спорт юҫығында ҡаҙанаһы уңыштары ҙур буласағына инандырҙы.
– “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексының Әбйәлил өсөн әһәмиәтен баһалап бөтөрөрлөк түгел. Ул ысын мәғәнәһендә районыбыҙҙың спорт мәккәһе тип йөрөтөлөргә лайыҡлы. Республиканың ҡайһы бер райондарында спорт комплекстары бөтөнләй юҡ, ә беҙҙә ул бассейн менән бергә 20 йыл эшләй. Был йылдар эсендә уның аша меңәрләгән бала үткән, бында иҫәпһеҙ-һанһыҙ саралар, ярыштар уҙған. Районда спортты, физкультура-һауыҡтырыу комплексын үҫтереүгә өлөш индергән һәр бер кешегә рәхмәтлемен. Хәҙерге заманда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, сәләмәт булыу модала һәм спорт менән шөғөлләнергә район халҡы өсөн бөтә шарттар ҙа бар, – тине район хакимиәте исеменән сәләмләү телмәрендә район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов.
Руслан Ғөзәйер улы спорт учреждениеһының тыуған көнөнә район хакимиәтенән бүләк итеп артабанғы үҫеш өсөн 200 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Юбилей айҡанлы тырыш хеҙмәткәрҙәр – тренер Руслан Ғәлләмов, шәфҡәт туташы Рәмзиә Байсалова, администраторҙар Илнара Дауытова һәм Әнисә Мусина район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Баш инженер Наил Мөхәмәтдинов, ФҺК ветераны Урал Харисов, йыйыштырыусылар Гөлшидә Зәйнетдинова, Рима Мортазина, Айһылыу Сөнәғәтова район хакимәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Райондың почетлы гражданины В. П. Павлюкович “Батыр”ҙың ҙур байрамында ҡатнашыуына бик шат булыуын белдерҙе. Ул бынан 23-25 йылдар элек республика президенты М. Ғ. Рәхимовтың райондың идара итеү командаһына бер нисә амбициоз маҡсаттар ҡуйыуын һәм уларҙы тормошҡа ашырыу мотлаҡ бурыс итеп йөкмәтеүен иҫкә алды. Шуларҙың береһе йәштәрҙең үҫеше өсөн ҡалалағы кеүек шарттар тыуҙырыу ине, тине Владимир Петрович. Ошо маҡсаттарҙы бойомға ашырыу нигеҙендә районда “Батыр” ФҺК-һы, бассейн, “Юрға” балалар ат-спорт мәктәбе, Никах һарайы барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, республика буйынса ауыл ерлегендә иң тәүге физкультура-һауыҡтырыу комплексы беҙҙең районда төҙөлә. Төҙөлөш барышы менән Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы үҙе даими ҡыҙыҡһынып тора, асыу тантанаһында ҡатнаша. Әбйәлил тәжрибәһен уртаҡлашырға республика етәкселәре килә. Әлбиттә, беренсе булып юл ярыу еңелдән булмай. Ул ваҡытта район башлығы булған В. П. Павлюковичтың: “Проектһыҙ, ошо маҡсатта һалынған финанстарһыҙ буш урында бик ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлдө ул. Республика бүлгән аҡса бассейнға етмәне, уныһын инде район бюджетынан ”ҡырҡып” эшләп ҡуйҙыҡ”, – тигән һүҙҙәрен шул осорҙа район башлығының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән А. З. Әхтәмов та йөпләне.
– Район халҡы оло шатлыҡ кисергән шул көндәрҙән 20 йыл ғүмер аҡҡан. Бөгөн физкультура-һауыҡтырыу комплексын тулыһынса ҡарап сыҡтым. Объект бик яҡшы торошта һаҡланған, хатта яҡшырған да. Бушҡа тырышлыҡ һалмауыбыҙ өсөн эске ҡыуаныс кисерҙем. Һәм ул район халҡы, йәштәр мәнфәғәтендә тағы ла 20, 40, 60 йыл хеҙмәт итһен, республика, ил кимәлендә билдәле чемпиондар үҫеп сыҡһын! – тине Владимир Петрович.
Район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров та “Батыр” ФҺК-һының районда сәләмәт йәшәү ҡиммәттәрен алға этәреүҙәге һәм физик культураны популярлаштырыуҙағы ролен билдәләне һәм “Етеҙерәк. Бейегерәк. Көслөрәк!” лозунгыһы менән йәшәүселәрҙе спорт байрамы менән тәбрик итте.
– Физкультура-һауыҡтырыу комплексы нигеҙҙә районда уҙған бөтә спорт сараларының да тиерлек үҙәге булып тора, халыҡты берләштерә, быуындарҙы бәйләй, спортҡа һөйөү уята. Спорт ысын батырҙарҙы тәрбиәләй. Бына ошо стеналарҙа хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Тамерлан Илһамов, Таминдар Ғәлиуллин кеүек ҡыйыу, рухлы ететтәребеҙҙең көслө характерҙары формалашҡан. Ғөмүмән, махсус хәрби операция биләмәһендә башын һалған герой ир-егеттәребеҙҙең һәр ҡайһыһының яратҡан спорт төрө булған, – тине Вадим Фәнил улы уларҙың яҡты иҫтәлеген бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итеп.
Әйткәндәй, байрамға килеүселәрҙе комплексҡа ингән урында Таминдар Ғәлиуллиндың спорт һәм хәрби ҡаҙаныштары тураһындағы күргәҙмә ҡаршыланы был көндә. Уны батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Дилә Ҡасим ҡыҙы әҙерләгәйне.
БР Спорт министры Р. Т. Хәбибов юбилейлы дата уңайынан “Батыр” ФҺК-һы коллективына ҡотлау хаты ебәргән. “Әбйәлилдәге “Батыр” комплексы ауыл ерендә төҙөлгән бассейнлы иң беренсе спорт объекттарының береһе. 20 йыллыҡ эшмәкәрлегендә учреждение Әбйәлил халҡы, балалары һәм үҫмерҙәре, айырыуса йәштәре араһында физик культураны, спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы үҙәккә әүерелде. “Батыр” комплексында шөғөлләнеүселәр муниципаль һәм республика әһәмиәтендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уртаҡ уңыштар, еңеүҙәр хаҡына ФҺК коллективының артабан да берҙәм тырышлыҡ һалып хеҙмәт итеүен теләйем”, – тиелгән унда.
Спорт министрлығының бойороғона ярашлы, тантаналы шарттарҙа йәш спортсыларҙан Максим Махийәновҡа (тренеры Ф. З. Сафиуллин), Руслан Йыһангировҡа (С. Н. Баһаув), Зөлфәр Солтановҡа (И. Р. Әбделғазин) билбау көрәше буйынса спорт мастерына кандидат разрядтары бирелде.
Ағымдағы йылдан 60 йәштән уҙған граждандар өсөн физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса социаль заказ бойомға ашырыла башлай. ГТО нормативтарын тапшырыу һөҙөм- тәһе буйынса 19 пенсионерға лайыҡлы ГТО билдәләре һәм 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Бына улар спортты ғүмерлек йәшәү рәүеше иткән оло быуын вәкилдәре – Ғәйнетдин Ғиләжев, Зөһрә һәм Сәлим Дәминдаровтар, Фәтих Сафиуллин, Риф Ғиззәтов, Ишбулат Ҡужин, Салауат Хамматов, Сәрүәр Түлебаева, Нил Ҡужахмәтов, Зөлфирә Ғиззәтова, Зөлфиә Хамматова, Людмила Итекәева, Клара Абдуллина, Тәлғәт Вәлиев, Йәзилә һәм Ғәле Күсәрбаевтар, Азамат Дәминдаров, Зәйтүнә Лавренова, Нуриҙә Асҡарова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары буйынса кураторы, спорт, йәштәр һәм ирекмәнлекте үҫтереү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Х. Ю. Рәхмәтуллин: “Әгәр райондың спорт ҡеүәтен һеҙ күтәрмәһәгеҙ, районда бындай ҙур спорт залы булмаҫ ине”, – тип тренерҙарҙы, спорт ветерандарын ҡотланы һәм бөгөн районда сираттағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү кәрәклеген билдәләп үтте.
Үҙ сиратында Хәлил Юлай улы “Батыр” ФҺК-һы директоры Т. С. Сәйфуллинды йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә һәм спортты үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Тренерҙар М. Ю. Хәлилова, Р. Т. Илһамов, И. М. Бүләкбаев, Т. И. Йыһаншин ҡоролтайҙың Почет грамотаһын алды.
– 20 йыл элек беҙҙә бындай комплекс төҙөлөүе мөғжизә кеүек ҡабул ителһә, хәҙерге балалар өсөн ҡояшлы, матур залда спорт менән шөғөлләнеү, йөҙөргә өйрәнеү ғәҙәти күренеш. Иҫ киткес шәп идеяны тормошҡа ашырған райондың шул дәүерҙәге етәкселегенә рәхмәтемде белдергем килә. Үҙҙәре артынан спорт һөйөүсе көслө быуын ҡалдырған райондың спорт ветерандары, элекке тренерҙар менән сикһеҙ ғорурланам. Бөгөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләүселәр йәш быуынды ныҡ, көслө һәм сәләмәт итеп үҫтереү буйынса оло бурыс атҡара. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине район мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева.
Юбилей айҡанлы “Батыр” ФҺК-һына район мәғариф бүлегенән дә сертификат бирелде. Балаларға өҫтәмә белем биреү системаһында фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн тренер-уҡытыусылар Лилиә Аһылаева, Гөлсирә Кәримова, Шамил Ғиниәтов һәм спорт ветераны Нуриман Вафин мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Шулай уҡ хаҡлы ялдағы физкультура уҡытыусылары, тренерҙар һәм, ғөмүмән, районда спортты үҫтереүгә өлөш индергән ветерандар рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Тантана сиктәрендә райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, Әбйәлилде сит тарафтарҙа данлаған спортсы балалар үҫтергән ата-әсәләргә – Әсфиә һәм Ғәфүр Миңдейәровтарға, Нилә Махийәноваға, Гөлсиә һәм Азамат Мансуровтарға, Мария һәм Илфат Дауытовтарға, Эльмира һәм Алмат Фәтхетдиновтарға, Гөлсөм һәм Руслан Шәғәлиндарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Йәш спортсыларҙың ҡаҙаныштарын да барлап үтәйек: Әбделмәмбәт һәм Байым урта мәктәптәре уҡыусылары Айваз Миңдейәров менән Руслан Махийәнов ГТО буйынса республика йыйылма командаһы ағзаһы булып тора, ағымдағы йылда улар “Артек”та (Ҡырым Республикаһы) уҙған ярышта Рәсәй кимәлендә көмөш призер исемен яулаған; 1-се Асҡар һәм Дәүләт урта мәктәптәре уҡыусылары Айваз Мансуров менән Фидан Дауытов БР-ҙың Спорт министрлығы стипендиаттары, икеһе лә респуб- ликаның көрәш буйынса йыйылма командаһы ағзалары, Башҡортостан чемпиондары, Рәсәй беренселегенең бронза призерҙары; 1-се Асҡар урта мәктәбенән Динислам Фәтхетдинов менән Роберт Шәғәлин йөҙөү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары, Рәсәйҙең союздаш республикалары спартакиадаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһағандар.
Спорттың район тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнеүе ҡыуаныслы. Быны “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексының бер көн дә бикле, буш тормауы дәлилләй. Эйе, бында көслө рухлы шәхестәр тәрбиәләнә, чемпиондар үҫә, улар Әбйәлилдең данын күтәрә, өмөтлө киләсәккә ышандыра. Юбилей сараһының тантаналы өлөшөн йомғаҡлаусы күрһәтмә сығыштар Әбйәлилдең спорт ҡеүәһенең ни тиклем күп яҡлы һәм көслө булыуына инандырҙы. Марш-парадта волейбол, футбол, баскетбол, хоккей, көрәш, самбо, кикбоксинг, бокс, мас-рестлинг, каратэ, грепплинг, йөҙөү, авиамоделдәр ҡороу һәм һынау секцияларында шөғөлләнеүсе балалар ҡатнашты. Алып барыусылар уларҙың яулаған бейеклектәре, ҡаҙаныштары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне.
Волейбол буйынса йыйылма команда төбәк, республика һәм Башҡортостан Республикаһының Ауыл спорт уйындары ярыштары призерҙары һәм чемпиондары булып танылған. Секцияла 22 үҫмер шөғөлләнә, тренерҙары И. М. Бүләкбаев – юғары категориялы уҡытыусы, “Ауыл тренеры” проекты буйынса грантҡа лайыҡ остаз.
Районда 306 бала көрәш секцияһына йөрөй, уларҙың араһында Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя чемпиондары һәм призерҙары бик күп. 9 тренер-уҡытыусының икәүһе “Ауыл тренеры” грантына эйә, 5 мәктәп “Милли көрәш – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” республика проектында ҡатнаша. Ағымдағы уҡыу йылында ике йәш көрәшсе БР Спорт министрлығы стипендияһын ала.
Футбол һәм мини-футбол беҙҙә ныҡ үҫешкән. Әбйәлил йыйылма командаһы ағымдағы йылда “Олотау йыйыны”нда мини-футбол буйынса чемпион исемен яулаған. Бер остаз “Ауыл тренер”ы буйынса грант алған. Райондың 4 мәктәбе “Футбол мәктәпкә” проектында ҡатнаша.
Самбо буйынса өс тренер эшләй, уларҙың береһе грантҡа лайыҡ. 132 йәш самбист тәрбиәләнә, улар ҙа Башҡортостан кимәлендә һәм төбәк-ара ярыштарҙа уңышлы ҡатнаша, призер, чемпион титулдарына эйә. Михайловка, Байым урта мәктәптәре һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия “Самбо мәктәпкә” проектына индерелгән.
“Батыр” ФҺК-һы бассейнында 5 тренер етәкселеге аҫтында 290 бала йөҙөү буйынса шөғөлләнә. “Касатка” йөҙөү клубының ике тәрбиәләнеүсеһе Рәсәй йыйылма командаһы составына алынған, улар быйыл Волгоградта уҙған спартакиадала ҡатнашҡан.
Каратэ секцияһын грантлы ике тренер етәкләй. Йәш каратистар төрлө кимәл ярыштарҙа бик һөҙөмтәле сығыш яһай, араларында республика йыйылма командаһы ағзалары бар.
Баскетбол йәштәр һәм уҡыусылар араһында йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Баскетболсылар район намыҫын республика һәм Рәсәй кимәлендә генә түгел, донъя күләмендә лә уңышлы яҡлай. Әйтергә кәрәк, беҙҙең спортсылар Египетта уҙған ярышта ҡатнашҡан.
Кикбоксинг буйынса БР һәм Рәсәй чемпиондары тәрбиәләүсе ике тренер ҙа грантҡа эйә тәжрибәле остаздар.
“Батыр” ФҺК-һында бокс секцияһын А. Ф. Йәноҙаҡов алып бара. Уның тәрбиәләнеүселәре араһынан шулай уҡ район, Урал аръяғы, Башҡортостан, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй турнирҙары чемпиондары үҫеп сыҡҡан.
Махсус йыһазландырылған көрәш залында 2017 йылдан грепплинг секцияһы эшләй, тренер Ш. Ш. Ғиниәтов Бразилия джиу-джитсы буйынса күк билбауға эйә. Секцияла 5-тән 17 йәшкә тиклемге 56 көрәшсе шөғөлләнә, улар йыл һайын район, төбәк ярыштарында призлы урындар яулай.
Мас-рестлинг районда ҡыҫҡа ваҡыт арауығында популярлыҡ яулаған. Был спорт төрө БР Ауыл спорт уйындары программаһына индерелгән. Әбйәлил спортсылары – республика чемпиондары. Улар республика йыйылма команда составында ла ярыштарҙа ҡатнаша.
Район буйынса 21 хоккей коробкаһы бар. Йәш хоккейсылар Магнитогорск ҡалаһының боҙ аренаһына ла күнекмәләргә йөрөй. Айтуған Йосопов менән Искәндәр Хәлилов Башҡортостан йыйылма командаһы составында “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй турнирында сығыш яһаған. Балалар йыйылма командаһы республиканың “Алтын шайба” лигаһында призлы урындар яулай, ә өлкәндәр командаһы район намыҫын БР Ауыл спорт уйындары турнирҙарында яҡлай.
Авиамоделләштереү – техник ижад һәм спорт төрө. Уның буйынса район һәм республика чемпиондары йәш техниктар станцияһында тәрбиәләнә.
“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексының юбилейы хөрмәтенә был көндә спорт ярыштары үткәрелде. Көн оҙон дауам иткән волейбол турнирында райондың 18 ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ҡатнашты. Шулай уҡ тиҙ шахмат буйынса турнир уҙҙы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Спорт заман менән бергә атлай
Спорт заман менән бергә атлай
Автор:
Читайте нас: