Ярыштарҙа райондың дүрт командаһы ҡатнашты, ҡыҙыҡлы һәм сағыу матчтар үткәрелде. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды:
1 урын - Асҡар командаһы (тренеры А. Р. Сафиуллин)
2 урын – Михайловка командаһы (тренеры Ю. С. Вәлиуллин)
3 урын - Хәлил командаһы (тренеры И. В. Сәйфетдинов)
4 урын - Буранғол командаһы (тренеры З. И. Фәттәхов)
Номинацияларҙа иң яҡшылар билдәләнде:
Иң яҡшы һөжүмсе - Илдар Хәлисов (Хәлил)
Иң яҡшы ҡапҡасы – Егор Осипов (Асҡар)
Иң яҡшы һаҡсы - Рәмис Фазылйәнов (Хәлил)
Иң яҡшы бомбардир - Вилдан Абдуллин (Михайловка)
Иң яҡшы уйынсы – Артур Сырлыбаев (Асҡар)
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Дмитрий Рахаев Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусыһы, Асҡар командаһы составында сығыш яһаны. Бер нисә тапҡыр аяғын һындырғандан һуң, ул боҙға яңынан баҫырға, хоккей менән шөғөлләнеүен дауам итергә һәм ярыштарҙа ҡатнашырға батырлыҡ таба.
Еңеүгә ынтылышы һәм ҡыйыулығы өсөн Дмитрийға махсус приз – бағыусы Ҡыш бабайҙан хоккей таяғы тапшырылды.