+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Декабрь 2023, 14:35

Ишбулдылар хоккей миҙгелен тантаналы асты

Ауыл өсөн янып торған ир-егеттәрҙең инициативаһы һәм тырышлығы менән хоккей майҙансығы төҙөлдө

Ишбулдылар хоккей миҙгелен тантаналы асты
Ишбулдылар хоккей миҙгелен тантаналы асты

Бәләкәй генә Ишбулды ауылын Хоҙай бер ҙә кәм итмәгән. Тәбиғәте хозур, бай. Балыҡ тотам тиеңме, һыу инәһең киләме – кәртә артынан ғына Оло Ҡыҙыл йылғаһы аға. Ә һыу өҫтөн боҙ ҡаплау менән малайҙар шунда сәкән һуғырға ашыға. Ауылдың икенсе исемен йөрөткән «Ахай» тигән хоккей командаһы ла бар. Нисәмә быуын уйынсылар алмашынғанын һанап осона сығырлыҡ түгел. Араларынан яҙмыштарын спорт менән бәйләүселәр – тренер булып киткәндәр, төрлө спорт төрҙәре буйынса чемпион титулын яулаусылар бихисап. Бигерәк тә көрәштә ал бирмәйҙәр. Ә тиҙҙән ишбулдыларҙың боҙ батшалары булып китерҙәренә шик юҡ. Сөнки ауылда хоккей менән етди шөғөлләнгәндәй бөтә шарттары булған майҙансыҡ асылды. Һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн бер ниндәй ҙә хөкүмәт, партия проекттарында ҡатнашырға кәрәкмәне. Бары Ишбулды егеттәренең илһөйәрлек һәм энтузиазм ҡанаттары аҫтында үҙ кеҫәләренән арыу ғына матди өлөш сығарыуы, тырышлығы һәм физик көсө менән булдырылды. Ә хәҙер был хаҡта ентекләберәк һөйләге килә.
Ишбулдыларҙа аҫабалыҡ рухы көслө. Башлыса ерле халыҡ йәшәй бында, күсеп килеп нигеҙ ҡороусылар юҡ иҫәбендә. Шуға ла үҙ-ара берҙәмлек һаҡлана, электән килгән йолалар һанлана, нәҫел-нәсәп ептәре лә ныҡ бында. Тыуған төйәктәре өсөн тау булып торорҙай илһөйәр улдар тәрбиәләнә. Бының матур бер үрнәге булып Ахай егеттәренең Мәскәү һынлы Мәскәүгә барып хоккей коробкаһы алып ҡайтып ҡороп ҡуйыуҙары тора. Һәм был изге эштең Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылында башҡарылыуы уның мәртәбәһен тағы ла арттыра.
Әйтеүемсә, «Ахай» хоккей командаһы электән бар һәм улар район күләмендәге ярыштарҙа ҡатнаша. Турнирҙар алдынан хоккейсылар Хәлилдәге боҙ майҙанында күнекмәләр үткәрә. Ни тиһәң дә коробка – йылға өҫтө түгел, уйынсыларға уның сиктәрен тойоу мөһим. Йәй башында «Авито»ла сыҡҡан бер иғлан Ахай егеттәрен ныҡ ҡыҙыҡтыра. Мәскәүҙең бер ихатаһында торған хоккей коробкаһын һатыуға ҡуйғандар, хаҡы – 200 мең һум! Ватсаптағы «Ишбулды ауылы егеттәре» чатында әлеге иғлан буйынса фекер алышып, тәүәккәлләргә булалар. Йөктө алып ҡайтыуға фургон белешәләр, уныһына ғына 70 мең һум һорайҙар. Ир-егеттәр бишәр мең һумдан аҡса йыйырға килешә, хәленән килгәндәр күберәк тә күсерә. Шуныһы ғәжәп: ике тәүлек эсендә кәрәкле сумма йыйылып бөтә лә инде. Бында үҙен Ахай улы тип һанаған ситтә йәшәгән ир-уҙамандарҙың да өлөшө булыуын билдәләп үтеү зарур. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ауылдаштары ла ситтә ҡалмай.
– Мәскәүгә барыу Рәсәй көнөнә ҡараған ялдарға тура килде. Егеттәр барыуға коробканы һүтеп тейәргә әҙерләп ҡуйғайнылар. Тик алдан килешелгән фургон водителе алыҫ юлдан баш тартты. Икенсеһен тапҡансы Илнур Хәйбуллин һәм Айтуған Хәлисов тиреп һалынған борттарҙы һаҡлап урамда төн үткәрҙе. Ахыр сиктә 120 мең һумға машина ялларға тура килде. Уйланылмаған сығым өсөн тағы аҡса йыйыу иғлан иттек. Был юлы ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ла ярҙам итте, хатта 30 мең һум артып ҡалды. Артабан буласаҡ боҙ майҙансығының ерен рәсмиләштереү һәм асфальт түшәтеү кәрәк ине. Шуға күрә инициатив төркөмдөң башында тороусылар булараҡ, Ишҡол мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы-тренер булып эшләгән ауылдашым Венер Боҫҡонов менән икәүләп район башлығына ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек, – ти Асҡарҙа йәшәүсе Ишбулдынан сыҡҡан эшҡыуар Азамат Зарипов.
Район башлығы И. Т. Нафиҡов ишбулдыларҙың Мәскәүҙән майҙансыҡ ҡайтартыуҙарын ишетеп шаҡ ҡата, «Нисек инде үҙ көсөгөҙ менән?» – тип аптырай. Ауыл ғәме менән йөрөүсе егеттәрҙе буш бороп сығармай, асфальт түшәтергә вәғәҙәләй. Ергә документтар әҙерләүҙе шулай уҡ Ишбулды ауылы улы булған Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин үҙ өҫтөнә ала. Асфальтты төҙөлөш буйынса шәхси эшҡыуар Эдуард Ғәтиәтуллиндың ойошмаһы һала. Уға тиклем Ишбулды егеттәре экскаватор яллап, коробкаға түшәргә ҡырсынташ сығарта. Экскаваторҙы Ишбулды ауылына трал менән алып килеүсе Асҡарҙан Айҙар Сөләймәнов бер тин дә хаҡ алмай.
Документ эше мәшәҡәттәре менән асфальт түшәтеү көҙгә ҡалып китә. Ҡышҡылыҡҡа боҙ майҙансығын асырға ҡәһәтләнгән ишбулдылар бәхетенә быйылғы көҙ оҙаҡҡа һуҙылды. Һәм ошо ваҡыт эсендә улар ҡалған бөтә эштәрҙе теүәлләргә өлгөрҙө.
– Өмәләп башҡарҙыҡ. Кемдең ялы тура килә, кем вахтанан ҡайтҡан – берәү ҙә ваҡыты менән иҫәпләшмәне, – тип дауам итә Азамат Насибулла улы. – Ул арала өсөнсөгә аҡса йыйҙыҡ. Тимер бағаналар алдыҡ, ямобур ялланыҡ, скважина ҡаҙҙырҙыҡ.
Ҡул көсө менән генә ярҙам итмәй ир-егеттәр. Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр ҙә табыла. Венер Боҫҡонов, мәҫәлән, 10 яҡтыртҡыс лампа алып бирә, иретеп-йәбештереү эштәрен башҡара. Шөрөп-гайка һәм башҡа метиздар менән Әхәт Хәлисов тәьмин итә. Салауат Бикҡолов электр тауарҙары менән ярҙам итә, бағаналарға утты ул һуҙа. Хәлилдән эшҡыуар, «Хәлил» командаһы хоккейсыһы Илфат Сәйфетдинов һыу насосы һәм шланга бүләк итә. Азамат Зарипов көн дә эшкә барған һымаҡ йөрөгән егеттәрҙе лә әйтеп үтте. Бына улар – Таңатар Шәмсетдинов, Айгизәр Ғилманов, Венер Боҫҡонов, биләмә башлығы Айбулат Хәйбуллин да көн дә майҙансыҡҡа һуғылып, кәрәк булғанда ярҙам итеп йөрөй. «Үҙем дә ай ярым вахтала булған һымаҡ Ахайҙан ҡайтышманым», – тип көлә Азамат. Буяу эштәрен иһә ҡатын-ҡыҙҙар дәррәү генә башҡарып ҡуя. Ишбулдыларҙың спортты үҫтереү маҡсатындағы изге башланғысына район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе лә булышлыҡ итмәй ҡалмай, мәктәп директоры Л. М. Усманов ике ҡапҡа эшләтеп бирә.
Коробка ҡорола, буяй торғаны буяла, бағаналарҙа уттар ҡабына, ҡоҙоҡҡа насос төшөрөлә. Инде ҡыш етеүен көтөргә генә ҡала. Ләкин... Ишбулдыларҙың хоккей майҙансығы төҙөүҙәрен ишетеп ҡалған Әлмөхәмәт ауылының «Аҡбуҙат» командаһы хоккейсыһы, фермер Тимур Сәйәхов бер генә һүҙе менән «ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыға». «Әгәр йылы сисенеп-кейенеү урыны булмаһа, хоккей короб-каһының барлығынан фәтеүә юҡ», – ти ул һәм быны тормошҡа ашырыуға ярҙам йөҙөнән 50 мең һум аҡса бирә. Әмәлгә ярағандай, майҙансыҡ клуб эргәһендә урынлашҡан. Ә уның иҫке ҡаҙанлығы буш тора. Рөхсәт алып, күгәрсендәр төйәк иткән ташландыҡ бинаны сүп-сарҙан таҙартып, төҙөкләндереүгә тотоналар. Тағы ла финанс сығымдар талап ителә. Дүртенсе тапҡыр аҡса йыйыу башҡарыла. Әйткәндәй, бында ла изге күңелле бағыусыларҙың эскерһеҙ ярҙамын тоя ишбулдылар. Асҡарҙан Әхәт Хисмәтов бушлай ишек эшләп бирә, Дәүләттән Дим Шаһимәрҙәнов ике пластик тәҙрә менән ярҙам күрһәтә. Ремонт эштәрен ауыл егете Руслан Хәлисов ҡайнағаһы Айнур Исаев менән атҡарып сыға. Электр менән эшләүсе йылы иҙән системаһы һалына, полкалар ҡорола, солан төҙөлә. Венер Боҫҡонов профилле торбаға элмәктәр йәбештереп кейем элгестәр эшләй. Штукатур-маляр Фирҙәүес Зарипова һылап-буяп бирә.
Майҙансыҡты тәрбиәләп тотоуға эш инвентарҙары һатып алғандар. Әйтергә кәрәк, егеттәр үҙҙәренең араһынан Таңатар Шәмсетдиновты спорт комплексын ҡарап һәм таҙалап тороусы «старший» итеп билдәләгән, уға эш хаҡы ла түләйҙәр.
Бына шулай Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылын ишбулдылар бушҡа уҙғармаған. Үткән шәмбелә хоккей коробкаһы тантаналы асылды һәм уны ҡотлап, тәүге район турниры ойошторолдо. Был сараға ла ишбулдылар ентекле әҙерләнгән. Тирмә ҡороп сәй өҫтәле әҙерләгән, шыршы биҙәгән. Тирә-яҡҡа музыка ағылды. Шешлек ҡурып, былау бешереүселәрҙең дә баҙары гөрләне. Ғөмүмән, тантаналыҡ, байрам рухы халыҡтың кәйефендә лә, йөҙөндә лә сағыла ине.
Ишбулдыларҙы үҙ мәнфәғәтендә ҙур эш атҡарып сығыуҙары өсөн район хакимиәте исеменән район Советы депутаты Ҡ. М. Ғәзизов: «Күмәкләгән – яу ҡайтарған», – тип тәбрик итте һәм 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ҡотдос Мәһәҙи улы хоккей коробкаһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан Ишбулды егеттәрен – Айгиз Хәлисовты, Салауат Бикҡоловты, Әхәт Хәлисовты, Азат Әсәҙуллинды район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин күп көс түгеп эшләнгән майҙансыҡ Ишбулды халҡына, үҫеп килгән йәш быуынға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, буш тормаһын тигән теләктә ҡалды. Ауыл халҡын ҡышҡы каникулда бында уҙасаҡ ғаилә уйындарында ҡатнашырға, быйма менән хоккей уйнарға сығырға саҡырҙы. Айбулат Баҡый улы, үҙ сиратында, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән яҡташтарға – Э. З. Ғәтиәтуллинға, Т. Ә. Сәйәховҡа, Л. М. Усмановҡа, Ҡ. М. Ғәзизовҡа, А. Ә. Сөләймәновҡа, Ә. Н. Хисмәтовҡа, Д. Р. Шаһимәрҙәновҡа һәм И. В. Сәйфетдиновҡа ауыл биләмәһенең Рәхмәт хатын тапшырып, эштәренең уң булыуын теләне. Әйткәндәй, Илфат Вәхит улы байрамға буш ҡул менән килмәгәйне, «Хәлил» хоккей командаһы егеттәре исеменән бер ҡумта тулы шайбалар бүләк итте. Хәлил ауыл биләмәһенең рәхмәт хаттарына шулай уҡ төҙөлөшкә ҙур ярҙам күрһәткән Ишбулды ауылының илһөйәр улдары һәм ҡыҙҙары – Илһам Боҫҡонов, Илмир Фәттәхов, Вилнур Ғүмәров, Илдар Хәлисов, Вилдан Шәмсетдинов, Артур Әсәҙуллин, Фәдис Фәттәхов, Язар Хажин, Таһир Насыров, Әхтәм Боҫҡонов, Юнир Садиҡов, Рамил Әсәҙуллин, Закир Садиҡов, Фирҙәүес Зарипова һәм ауылдың уңған ҡоҙаһы Айнур Исаев лайыҡ булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, йәштәр, спорт һәм ирекмәнлек буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ярҙам-сыһы Х. Ю. Рәхмәтуллин хоккей майҙансығы асыу киләсәкте сәләмәт йәшәү рәүеше юлынан әйҙәүгә башланғыс тип билдәләне һәм инициатор булып сығыш яһаған ауыл егеттәренең маҡсаттарына ирешеүен юғары баһаланы. Ишбулды боҙонда район күләмендә лә ярыштар уҙғарылыуын теләне, ә спортта ал бирмәгән Ахай балаларына хоккей буйынса ла уңыштар юраны. Инициатива төркөмөнөң башында торған Ишбулды ауылының иң әүҙем ир-егеттәре Айгизәр Ғилманов, Азамат Зарипов, Венер Боҫҡонов, Руслан Хәлисов һәм Таңатар Шәмсетдинов Башҡортостан Республикаһында спортты һәм патриотик тәрбиәне үҫтереүгә индергән шәхси өлөштәре һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн республика буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булдылар.
Ишбулды егеттәре исеменән А. Н. Зарипов сығыш яһаны. Ул изге эште урын-еренә еткереп башҡарып сығыуҙың этаптарына туҡталды. Һәм уны тормошҡа ашырыуға бәләкәй генә ауылдың 600 мең һумдан ашыу аҡса йыйып биреүен билдәләне, ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте етәкселегенә, бағыусыларға һәм төҙөлөш эштәрендә ихлас ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Традицион ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, Ишбулды ауылы боҙонда уҙған тәүге турнирға башланғыс бирелде. Хоккей майҙансығын асыу кубогына ярышта Буранғол, Асҡар, Хәлил, Атауҙы һәм Ишбулды ауылы командалары ҡатнашты. Тәүге шайбаны ташлау хоҡуғы Хәлил Юлай улына бирелде.
Уйындар киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итте. Икенсе ауылдарҙан килгән командалар яңы майҙансыҡтың тигеҙ, яҡты булыуын баһаланы. Беренсе урынға лайыҡ булған «Асҡар» командаһы кубокты яуланы. Икенсе урынды – «Атауҙы», өсөнсөлөктө «Хәлил» командалары бүлеште. Иң яҡшы уйынсылар номинацияларҙа билдәләнде: Азат Мортазин (Асҡар) – «Иң яҡшы һөжүмсе», Динир Мырҙабаев (Асҡар) – «Иң яҡшы уйынсы», Руслан Йыһаншин (Хәлил) – «Иң яҡшы һаҡсы», Нәғим Харисов (Атауҙы) – «Иң яҡшы ҡапҡасы», Вилнур Ғүмәров (Ишбулды) – «Иң йәш хоккейсы» исемдәренә лайыҡ булды. Һәр кем иҫтәлекле миҙал, грамота менән бүләкләнде. Спортсылар өсөн Ишбулды мәктәбендә йылы аш та ойошторолдо.
Ниәт иткән – мораҙына еткән: хоккейҙы үҫтереүгә бөтә шарттар ҙа бар хәҙер Ишбулды ауылында. Инде «Ахай» командаһын хоккей экипировкаһы менән тәьмин итергә ҡала...

Ишбулдылар хоккей миҙгелен тантаналы асты
Ишбулдылар хоккей миҙгелен тантаналы асты
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: