Спорт
2 Февраль 2024, 06:53

Беренсе Президентҡа бағышланды

Асҡар боҙонда хоккей буйынса “Чемпион” турниры уҙҙы. Ул Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды.

Был юлы боҙ майҙанында 2012 йылғы һәм унан кесерәк йәштәге мәктәп уҡыусылары көс һынашты.
Ҡыҙыҡлы матч һөҙөмтәләре шулай билдәләнде: беренсе урын “Урал” командаһында (тренеры Р. И. Йосопов), икенсе урында – Асҡар ауылының “Айыуҙар” (А. Б. Мортазин) һәм өсөнсөлә “Асҡар” (А. Р. Сафиуллин) командалары. Асҡарҙан Искәндәр Вәлиев “Иң яҡшы һөжүмсе”, Марат Ишҡолов “Иң яҡшы һаҡсы”, Инйәр Ғималов “Иң яҡшы бомбардир”, Айнур Яныбаев “Иң яҡшы уйынсы”, Сиҙәмдән Солтан Ғәниев “Иң яҡшы ҡапҡасы” исемдәренә лайыҡ булды.

Читайте нас