+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Февраль , 07:50

Балалар-үҫмерҙәр спорты үҫешә

Башҡортостандың Спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, федераль кимәлдә төп күрһәткестәрҙең береһе - физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән 3-17 йәшлек балаларҙың өлөшө. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Балалар-үҫмерҙәр спорты үҫешә
Балалар-үҫмерҙәр спорты үҫешә

2023 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес республикала 87,9 процент тәшкил иткән, ә 2030 йылға ул 90 процентҡа етергә тейеш.

Был мәсьәләне хәл итеүгә спорт инфраструктураһын үҫтереү булышлыҡ итә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда Башҡортостанда 1 401 спорт объекты төҙөлгән. Йәғни, республика бының буйынса илдә икенсе урында тора. Атап әйткәндә, иң ҙур төҙөлөш алып барылған спорт ҡоролмалары иҫәбендә - Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге, гимнастика үҙәге, ябыҡ футбол манежы, Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Өфөлә көрәш һарайы, фехтование үҙәге, һыу төрҙәре спорты буйынса комплексы, улар 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына асыласаҡ.

     Тағыла бер мөһим йүнәлеш – муниципаль берәмектәргә ярҙам итеү. Һуңғы биш йылда спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы финанслауға 432,8 миллион һум субсидия йүнәлтелгән. Шул арҡылы ҡала һәм район спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә алған.

      Һуңғы йылдарҙа эшләй башлаған, «Ауыл тренеры» программаһы спорт мәктәптәрен кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Ул ауылда эшләгән тренер-уҡытыусыларға бер тапҡыр 1 миллион һум күләмендә түләүҙе аңлата. Был республика программаһын илдең башҡа төбәктәре өйрәнеп, үҙҙәрендә ҡуллана башлаған. 2024 йылдан республикала ошондай уҡ «Ҡала тренеры»программаһы старт алған.

    2023 йылдан тренерҙар педагогик хеҙмәткәр статусына эйә, ә спорт мәктәптәрендә тренер-уҡытыусы вазифаһы кире тергеҙелгән. Һөҙөмтәлә, остаздарҙың эш хаҡы артҡан, уларҙы тейешле социаль гарантиялар менән тәьмин итергә мөмкинлек биргән. Шул арҡала, өҫтәмә рәүештә 107 тренер эшкә йәлеп ителгән. Ә спорт менән шөғөлләнеүсе балалар һаны 3 540 кешегә  артҡан.

     Республиканың дәүләт спорт стипендиялары ла балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә булышлыҡ итә. 2023 йылда уларҙы 18 йәшкә тиклемге төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында  юғары һөҙөмтәләр күрһәткән 234 спортсы алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: