+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Март , 08:52

Беҙҙекеләр һынатмай!

15-16 мартта Баймаҡ ҡалаһында тренер, яугир-интернационалист И.Т. Алгушаев иҫтәлегенә арналған бокс буйынса VIII  төбәк-ара турнир үтте, унда Силәбе өлкәһенән һәм Башҡортостан Республикаһынан 200-ҙән ашыу боксер ҡатнашты.

Беҙҙекеләр һынатмай!
Беҙҙекеләр һынатмай!

Беҙҙең район исеменән ДЮСШ тренерҙары Р. Н. Мәүлетдинов, И. Ш. Бараков һәм А. Р. Мәүлетдинов етәкселегендә шөғөлләнеүсе спортсылар сығыш яһаны һәм үҙ ауырлыҡ категорияларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Асҡар мәктәбенән Илнара Ғайсина, Нургиз Ғималов, Владислав Лобанов, Сиҙәм мәктәбенән Алексей Азанов, Рамаҙан Агишев, Диана Мәүлетдинова еңеүселәр тип табылды. Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан Артур Мәғәфүров, 1-се һанлы Асҡар мәктәбенән Артур һәм Арыҫлан Ғәбитовтар, Сиҙәм мәктәбенән Илназ Сафиуллин менән Данил Йосопов икенсе урынға лайыҡ булды. Сиҙәм егеттәре Кирилл Азанов, Марат Ҡорманғәлимов, Илназ һәм Нургиз Түлекбаевтар, гимназиянан Айҙар Ғәбитов менән Илназ Вафин өсөнсө урынды яуланы. 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: