+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Март , 11:00

Батырҙар даны - мәңгелек

 Дәүләт мәктәбендә самбо буйынса район турниры үтте, ул хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә арналды. 

Батырҙар даны - мәңгелек
Батырҙар даны - мәңгелек

Ярышта Тупаҡ,  Салауат, Асҡар, Дәүләт, Михайловка, Гусев ауылдарынан, Баймаҡ, Белорет, Межгорье ҡалаларынан 78 кеше ҡатнашты. 

2015-2016 йылғы үҫмерҙәр араһында Алсын Ғиниәтов (Асҡар) еңеүсе булды. Арыҫлан Аллаяров (Асҡар), Рамаҙан Йәноҙаҡов (Дәүләт), Әмир Дауытов (Дәүләт) икенсе урындарҙы алды. Марсель Хызыров (Тупаҡ), Динислам Ишмырҙин (Асҡар), Данияр Ғүмәров (Асҡар), Рамаҙан Әхтәмов (Тупаҡ), Арсен Әминев (Тупаҡ) өсөнсө урындарҙы яуланы. 
2013-2014 йылғы үҫмерҙәр араһында Самат Кәримов (Салауат), Данис Низамов (Йәлембәт), Егор Зәкирйәнов (Михайловка) үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеүсе тип танылды. Икенсе урында - Дәүләттән Арсен Ҡыуатов, Данил Ғатауллин, Ҡужандан Арсен Хөснөтдинов, Тупаҡтан Тимур ғәлиуллин, Асҡарҙан Илдар Бикҡолов. Салауат ауылынан Ғайсар Шәйәхмәтов, Дәүләт ауылынан Илназ Зарипов, Рәзил Әлтәпов, Динар Хәкимов, Асҡарҙан Раил Лоҡманов, Тупаҡтан Данил Хамматов, Гусевтан Данис Хөсәйенов өсөнсө урынға сыҡты. 

Ил именлеге өсөн башын һалған геройҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Улар иҫтәлегенә үткәрелгән спорт ярыштары матур йолаға әүерелеп, йыл һайын үткәрелеп торһон ине. 

 




Батырҙар даны - мәңгелек
Батырҙар даны - мәңгелек
Батырҙар даны - мәңгелек
Батырҙар даны - мәңгелек
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: