+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Апрель , 10:00

Яҡташыбыҙ чемпион исеменә лайыҡ булды!

3 апрелдән 8 апрелгә тиклем Орел өлкәһенең Орел ҡалаһында бөтә стилле каратэ буйынса Рәсәй беренселеге үтте, унда илдең 62 төбәгенән 1500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Яҡташыбыҙ чемпион исеменә лайыҡ булды!
Яҡташыбыҙ чемпион исеменә лайыҡ булды!

Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Вадим Изгиндың тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны.

1-се һанлы Асҡар мәктәбе уҡыусылары Данил һәм Юнир Дәминдәровтар 51 килограмлыҡ категорияла ярышты. Был категорияла йәмғеһе 36 спортсы ҡатнашты. Данил Амур өлкәһенән һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан дәғүәселәрен еңеп, өсөнсө алышта Чечен Республикаһынан булған спортсынан бер аҙ ғына ҡалыша. Юнир шулай уҡ өс алышта ҡатнаша. Тәүге икәүһендә Курск өлкәһе һәм Төньяҡ Осетия Республикаһы спортсыларын ышаныслы еңеп сыға. Өсөнсө алышта Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы спортсыһынан еңелә.

Салауат Хәйбуллин (гимназия) дүрт алышта ҡатнаша. Өс алышта Курск, Тула һәм Төмән өлкәләренән булған дәғүәселәрен еңә. Финалда Липецк өлкәһе спортсыһы менән осраша, унда судьяларҙың бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән еңеү яулай һәм чемпион исеменә лайыҡ була.

Был ярышта Башҡортостан Республикаһынан 11 спортсы ҡатнашты һәм 2 алтын һәм 1 көмөш миҙал яуланы.

Тренер-уҡытыусы Вадим Изгин үҙенең намыҫлы хеҙмәте һәм оҫталығы өсөн Рәсәй Федерацияһы спорт министрлығының I дәрәжә дипломы менән бүләкләнде.

Ҡотлайбыҙ! Балаларға һәм тренерға артабан да уңыштар, яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Яҡташыбыҙ чемпион исеменә лайыҡ булды!
Яҡташыбыҙ чемпион исеменә лайыҡ булды!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: