+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель , 17:25

Афарин, шахматсылар!

Иң шәп спортсылар – беҙҙекеләр! Учалы ҡалаһында уҡыусылар араһында тиҙ шахмат буйынса Башҡортостандың Урал аръяғы асыҡ кубогының йомғаҡлау этабы үтте. Быға тиклем ярыштар Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында булғайны. Учалы ҡалаһына Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан,  Баймаҡ, Белорет, Магнитогорск, Учалы ҡалаларынан һәм Межозерный ауылынан(Силәбе) иң көслө 133 шахматсы йыйылды. 

Афарин, шахматсылар!
Афарин, шахматсылар!

Көсөргәнешле ярышта беҙҙең шахматсылар түбәндәге һөҙөмтәләргә иреште:

1 урын - Ғәлина Эмилия (тренер Ҡаҙаҡбаев Я.Ғ.)

2 урын - Әмиров Илдар (тренер Казакбаев Я.Г.)

2 урын - Исламғолова Камила (тренер Абдуллина А.А.)

2 урын - Заһретдинов Билал (тренер Казакбаев Я.Г.)

3 урын - Шафиҡов Айҙар (тренер Абдуллина А.А.)

3 урын - Йосопов Нурсолтан (тренер Казакбаев Я.Г.)

Башҡортостандың Урал аръяғы асыҡ кубогының дүрт этабына дөйөм йомғаҡ яһалды. Бында беҙҙең шахматсыларыбыҙ 9 кубок яуланы, Учалы - 8, Аҡъяр - 5, Баймаҡ - 2 кубок алды. 

1 урын – Шамғолова Розалия (тренер Казакбаев Я.Г.)

1 урын - Исламғолова Камила (тренер Абдуллина А.А.)

2 урын, - Шафиҡов Айҙар (тренер Абдуллина А.А.)

2 урын - Заһретдинов Билал (тренер Казакбаев Я.Г.)

2 урын - Ғәлина Эмилия (тренер Ҡаҙаҡбаев Я.Ғ.)

3 урын - Әмиров Илдар (тренер Казакбаев Я.Г.)

3 урын - Йәнбирҙин Тамерлан(тренер Абдуллина А.А.)

3 урын - Йосопов Нурсолтан (тренер Казакбаев Я.Г.)

3 место – Солтанбаева Әлзира (тренер Казакбаев Я.Г.)

Тренерҙарға һәм спортсыларға уңыштар юлдаш булһын!

Афарин, шахматсылар!
Афарин, шахматсылар!
Афарин, шахматсылар!
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: