+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Май , 08:45

Фехтование үҙәге көҙ асыласаҡ

Өфөлә Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге 6 мең квадрат метрҙан ашыу майҙан биләй.  Объектты 2024 йылдың көҙөндә асырға планлаштыралар. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Фехтование үҙәге көҙ асыласаҡ
Фехтование үҙәге көҙ асыласаҡ

Билдәле булыуынса, фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарарҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров  2021 йылдың авгусында Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре Һәм призерҙары – рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙа белдергәйне. 

       Буласаҡ спорт комплексын төҙөүгә старт 2022 йылдың декабрендә бирелде. Яңы объект Рима Баталованың республика спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендәге затон биҫтәһендә урынлашҡан.

    Проектҡа ярашлы, үҙәктә фехтование өсөн һигеҙ юлға иҫәпләнгән 42×24 м ҙурлыҡтағы универсаль спорт залы төҙөлә. Бында Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙар уҙғарырға мөмкин буласаҡ. Тамашасылар өсөн трибуналар 373 урынға иҫәпләнгән.

   Бынан тыш, бинала шәхси шөғәлләнеү өсөн тренажер һәм спорт залдары, бассейн, конференциялар залы, тренерҙар һәм комментаторҙар бүлмәләре, буфет, душ бүлмәләре, кейенергә бүлмәләр һәм гардероб бүлмәләре ҡаралған. Ә эргә-тирәләге биләмәлә күп функциялы спорт майҙансығы төҙөләсәк һәм йүгереү юлдары һалынасаҡ.

Фехтование Үҙәген асыу тантанаһын 2024 йылдың көҙөндә «Рәсәй – спорт державаһы» Халыҡ-ара форумы сиктәрендә үткәрергә планлаштырыла. Ә инде декабрҙә бында тәүге ҙур ярыштар үтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: