+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Май , 15:30

«Батыр»ҙа иң батырҙар алышты

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Абхазияла хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһармандарса һәләк булған Рөстәм Шәйәхмәтов иҫтәлегенә бокс буйынса район-ара турнир үтте. Ике көн буйы барған ярышта Учалы, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан 12 команда, бөтәһе йөҙгә яҡын спортсы ҡатнашты

Быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарылған был турнирҙың район-ара кимәлгә сығыуы мәртәбәле булды. Ярыштың географияһы йылдан-йыл киңәйә, унда көс һынарға, таһыллыҡтарын күрһәтергә теләүселәр арта бара. Турнирҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров ярышта ҡатнашыусы командаларҙы тәбрикләп, лайыҡлы еңеү теләне. Мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙиева спортсыларҙы илһөйәр, ҡыйыу булып үҫергә, һәр ваҡыт алдынғы булырға саҡырҙы. Хәрби бурысын үтәгәндә иптәштәрен ҡотҡарырға теләп, батырҙарса һәләк булған Рөстәм Шәйәхмәтовтың бер туған ағаһы Азамат Ғәли улының сығышын балалар иғтибар менән тыңланы. Йәш быуынды спортҡа йәлеп иткән тренерҙар Альберт Мәүлетдинов, Илшат Бараков, Рәмил Уйылданов, Айнур Йәноҙаҡов, Самат Такалов, Карен Кочарян, Вадим Мәжитов, Миңзәлә Әбйәлилова, Алексей Евстигнеев, Хәмзә Сәфәрғәлин, Илдус Ғөбәйҙуллин, Артём Бобров, Денис Ямалетдинов, Айҙар Тайыпов һәм Эрик Һабанбаев «Боевое братство» ойошмаһының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ике көн спорт-сыларҙың тауышынан гөрләп торҙо. Көслө зат вәкилдәре менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа ярыш майҙанына сыҡты һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алды. Үҙҙәренең йәш һәм ауырлыҡ категорияларында Диана Мәүлетдинова (Сиҙәм ауылы), Асҡарҙың «Бөркөт» командаһынан Камилла Ғәбитова, Регина Рәхмәтуллина һәм Арина Борханова беренсе, ошо уҡ команданан Индира Йәһүҙина, Сиҙәмдән Сафия Сафиуллина менән Эльвина Шәрәфетдинова икенсе урынды яуланы. 2016 йылғы үҫмерҙәр араһында беренсе урынға Арслан Вәлиев (Асҡар, «Ырыу» командаһы) лайыҡ булды. «Бөркөт» командаһынан Артур Ғәбитов менән Тимур Бикмөхәмәтов — икенсе, Тимур Сивамбаев (Сиҙәм) менән Владислав Зәйнетдинов («Бөркөт») өсөнсө урынды алды. 2014-2015 йылғы үҫмерҙәр араһында Сиҙәмдән Алексей Азанов менән Вадим Ҡорманғәлинов, Санияр Мансуров («Бөркөт») беренсе урынға сыҡты. Икенселә — Сәлим Әбделмәнов («Бөркөт»), Арслан Фәхрисламов («Батыр»), Әмир Сәғәҙиев (Сиҙәм). Рәвил Зәйнетдинов («Бөркөт»), Сиҙәмдән Адель Баһауетдинов менән Даниэль Зәйниев өсөнсө урын яуланы. 2012-2013 йылғы үҫмерҙәр араһында «Бөркөт» командаһынан Артур Мәғәфүров менән Кирилл Азанов (Сиҙәм) еңеүсе булды. Ҡалған призлы урындарҙы Арслан Ғәбитов («Бөркөт»), Марат Ҡорманғәлинов (Сиҙәм), «Батыр» командаһы спортсылары Данил Сәфәров, Линар Дәүләтбирҙин, Тамерлан Йәноҙаҡов һәм Арслан Садиҡов («Бөркөт») алды. 2010-2011 йылғы үҫмерҙәр араһында пьедесталдың иң түренә Асҡар Хөбөтдинов («Батыр»), Нургиз Түләкбаев (Сиҙәм), «Бөркөт» командаһынан Айҙар Ғәбитов, Динислам Әхтәмов менән Дамир Муллағәләмов күтәрелде. Аҡбулат Аҡназаров («Батыр»), Арсен Мәхмүтов («Ырыу»), Илназ Вафин («Бөркөт»), Динислам Собханғолов («Ырыу»), Илназ Йәноҙаҡов («Батыр») икенсе урында билдәләнде. «Бөркөт» командаһынан Данил Вәлиев, Артур Нурғәлин һәм Арслан Хәйруллин өсөнсө урын алды.  2008-2009 йылғы үҫмерҙәр араһында иң көслөһө тип «Ырыу» командаһынан Данил Фәхретдинов менән Тимур Аманбаев, Рамаҙан Агишев (Сиҙәм) танылды. Пьедесталдың икенсе баҫҡысына Сиҙәмдән Илназ Сафиуллин менән Данил Йосопов, Вадим Абдрафиҡов («Ырыу») күтәрелде. Нургиз Ғималов («Бөркөт»), «Ырыу» командаһы спортсылары Арсен Әмирханов, Байназар Ғәзизов менән Максим Дәүләтбаев өсөнсө урынға лайыҡ булды. 2006-2007 йылғы үҫмерҙәр араһында иң таһыллыһы тип Сиҙәмдән Илнар Түләкбаев табылды. Турнирҙа шәп һөҙөмтә күрһәткән спортсылар Шәйәхмәтовтар ғаиләһенән ҡиммәтле приздар — боксер бирсәткәләре менән Асҡарҙың «Бөркөт» командаһынан Артур Ғәбитов, Динис Ҡырымғужин (Учалы ҡалаһы) Нурсолтан Абдуллин (Баймаҡ) бүләкләнде. Еңеүселәргә һәм призерҙарға грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды.
Ярышты ойоштороусы Илүзә һәм Азамат Шәйәхмәтовтар «Асҡарйорт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вадим Ғәлинға ярышта ҡатнашыусыларҙы ашатыу сығымдарын үҙ өҫтөнә алыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: