+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Июль , 15:31

Спортҡа иғтибар көслө

2020 йылдан алып райондың 15 тренеры “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ярҙам алған.

Спортҡа иғтибар көслө
Спортҡа иғтибар көслө

2020 йылда Рәсәйҙә тәү тапҡыр ауыл ерендә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы.  

 2019 йылдың 23 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла. Ул 2020 йылда, Рәсәйҙә тәү тапҡыр, ауыл ерендә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән тренерҙарға бирелә башланы. Һөҙөмтәлә республикала бихисап остаз ярҙам алды. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған. Бөгөн проект илдең 24 төбәгендә уңышлы тормошҡа ашырыла. 2024 йылда 15 спорт төрө буйынса  21 тренер-уҡытыусы ошондай бәхеткә эйә булды. Әйткәндәй, проект тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 176 тренер аҡсалата ярҙам алды. 2020 йылда – 13 райондан 34, 2021йылда – 10 райондан 20, 2022 йылда – 20 райондан 49, 2023 йылда 12 муниципалитеттан 52 тренер-уҡытыусы был мөмкинлектән файҙаланды. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: быйылдан “Ҡала тренеры” проекты ла эш башланы.

Һөҙөмтәлә, проектҡа ярашлы, түбәндәге тренер-уҡытыусылар түләүҙәрҙе алыу хоҡуғына эйә:

* республикала биш йылдан күберәк йәшәүселәр һәм торлаҡҡа мохтаж булғандар сиратында тороусылар;

* 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң башҡа төбәктәрҙән килгәндәр һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы тарафынан раҫланған спорт ойошмаларында талап ителгән вазифалар реестрына ингән спорт төрҙәре буйынса эшләгән тренер-уҡытыусылар.

Түләүҙәрҙе торлаҡ, торлаҡ йортто төҙөүгә ер участкаһы һатып алыуға, ипотеканы түләүгә, торлаҡ йорт төҙөүгә, автомобиль һатып алыуға йәки профилле белем алыуға файҙаланырға мөмкин. Быйылдан ипотека торлаҡ кредитын түләргә була. Һөҙөмтәлә республиканың ауыл ерендә кадрҙар мәсьәләһе генә хәл ителеп ҡалмай, балалар һәм үҫмерҙәр спорты ла үҫешә.

Районында спортҡа иғтибар ҙур, йылдан –йыл төрлө спорт ярыштары үтә, йәш чемпиондар үҫә.

Берәй спортсы район, ҡала, республика, ил йәки хатта тотош донъя кимәлендә ниндәй ҙә ҡаҙанышҡа өлгәшкән икән, бында, әлбиттә, тренерҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостанда спорт сараларының береһен тантаналы асҡан ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров: “Тренер – ул физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә барлыҡ күңелен, йөрәген, һаулығын бирә”, – тип билдәләгәйне.

Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр. 2020 йылдан райондың 15 тренеры “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ярҙам алған. 2020 йылда  - Илшат Бараҡов (кинбоксинг), Динир Мырҙабаев (шайбалы хоккей), Өлфәт Шөғөров (көрәш), 2021 йылда – Илгиз Әбделғәзин (көрәш), Салауат Баһаув (самбо), Оксана Изгина(всестилевое каратэ), Руслан Илһамов (волейбол), Әмир Махиянов(еңел атлетика), Илнур Юлдыбаев (бокс), 2022 йылда Илмир Бүләкбаев (волейбол), Азат Мортазин(шайбалы хоккей), Илнур Яхин (футбол), 2023 йылда Вадим Изгин (всестилевое каратэ) һәм Альберт Мәүлетдинов (кикбоксинг) “Ауыл тренеры” сертификатына лайыҡ булыусылар.

“Был программаға эләгермен тип өмөт итмәгәйнем, әммә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Респуб­ликабыҙҙың ошо проектты тәү­ге­ләр­ҙән булып тормошҡа ашырыуы тураһында белә инем, – ти Илмир Бүләкбаев. – Был беҙгә, тренерҙар­ға, үҫеш һәм киләсәк быуынды спортҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеп үҫтереү өсөн ҙур дәрт”, -ти Илмир Бүләкбаев .

Илмир Бүләкбаев –  Асҡарҙың 1-се урта мәктәбендә физкультуранан уҡыта, райондың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер ҙа булып эшләй. “Балалар күнекмәләргә ихлас йөрөй. Йыл һайын районда ярыштар үткәрәбеҙ, тәрбиәләнеүсе­ләрем менән үҙебеҙ ҙә спорт сараларында ҡатнашабыҙ. Киләсәккә ҡуйған уй-маҡсатыбыҙ ҙа бар: республика кимәлендә еңеү яулау”, – тип уй-теләктәрен дә уртаҡлашты тренер.

Райондың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов : “Ауыл тренеры” программаһының булдырылыуы бик урынлы һәм кәрәкле. Тренерҙар күп осраҡта үҙҙәренең ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә тәрбиәләнеүселәре менән шөғөлләнә, уларҙы ял һәм байрам көндәрендә үткән төрлө ярыштарға алып йөрай. Һәр уҡыусыһы менән шәхсән эшләгән тренерҙар ҙа күп. Был бер яҡтан уларға стимул булһа, икенсе яҡтан матди яҡтан да ҙур ярҙам булып тора. Киләсәктә лә спортты үҫтереүгә, йәш чемпиондар тәрбиәләүгә ярҙам булырлыҡ төрлө программалар булыр, йәш быуын спортты үҙ итер, сәләмәт тормош алып барыр, тигән ышаныста ҡаламын”, -ти.

 

Автор:Карима Усманова

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: