Һүҙем район, республика һәм Рәсәй кимәлендә ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән көрәшсе егет Арсен Шәрипов хаҡында
- Хәрәкәттә-бәрәкәт. Көн дә күнекмәләр эшләһәң, физик торошоң да, һаулығың да яҡшы була. Мине төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу ҙа үҙенә ылыҡтыра. Ир-егеттәр, ғөмүмән, һәр саҡ яңылыҡ эҙләргә тейеш. Сөнки улар тәбиғәте менән көрәшсе, булмышы менән - еңеүсе. Яңы кисерештәрҙе мин спорт менән шөғөлләнеүҙән алам. Кемдер минең йәшәү рәүешемә сәйерһенеп ҡарар, һәр кемдең үҙ фекере, тигәндәй, - тип башланы әңгәмәне Арсен Фәрит улы.
Арсен хәҙер районда ғына түгел, республика, хатта Рәсәй кимәлендә лә милли көрәш буйынса ҙур еңеүҙәр яулаған егетебеҙ. Белеүебеҙсә, уның атаһы Фәрит Дәрис улы ла ваҡытында таһыллы, бил бирмәҫ көрәшсе була. Арсен да атаһының юлын һайлай. Уның ыңғайына көн дә күнекмәләргә йүгерә, көрәш буйынса төрлө алымдарҙы үҙләштерә. Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға киткәс, шөғөлөн ташламай, киреһенсә, ҡыҙыҡһыныуы арта.
Көндәлек тырышыуҙар, нәҫелдән килгән таһыллыҡ, әлбиттә, ваҡыты етеү менән үҙ емештәрен бирә башлай. Район күләмендә үткәрелгән барлыҡ ярыштарҙың еңеүсеһе булғандан һуң, 2017 йылда әле уҡыусы сағында ғына Арсен Шәрипов районда иң яҡшы спортсы тип табыла. Уға был баһаны Физкультурниктар көнөндә тапшыралар.
Мәктәпте тамамлағас, Арсен Өфө ҡалаһының күп профилле педколледжына белем алырға юллана. Шул ваҡытта республика чемпионатында ҡатнашып, үҙ ауырлыҡ категорияһында маҡтаулы беренсе урын ала. 2019 йылда полицияның генерал-лейтенанты, хөрмәтле Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Өфөлә үткән мәртәбәле турнирҙа бронза миҙалына лайыҡ була. Ҡырмыҫҡалы районында көрәш буйынса Башҡортостан беренселегендә 85 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында республика чемпионы исемен яулай. 2020 йылда ул Ҡазанда үткән Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, Башҡортостанға бронза миҙалын алып ҡайта. Ошо уҡ йылда Арсен Әбйәлил һәм Белорет район һабантуйҙарының абсолют чемпионы тип билдәләнә. Билбау көрәше буйынса Мәскәү ҡалаһы чемпионатында икенсе, Ҡазан ҡалаһында көрәш буйынса Рәсәй чемпионатында өсөнсө,
Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың 100 йыллығына арналған милли көрәш буйынса асыҡ республика турнирында беренсе урындарҙа еңеүсе тип табыла.
Үрҙәге еңеүҙәрен көрәшсе егет үҙенең генә түгел, атаһының да ҙур еңеүе тип һанай.
- Минең көрәш келәменә баҫыуымда, чемпион дәрәжәһенә етеүемдә уның роле иң ҙуры. Атай беҙҙе һәр саҡ үҙ көсөңә ышанырға, туғандарға терәк булырға, ниндәй хәлдә лә юғалып ҡалмаҫҡа, бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа, ғәҙел, иманлы булырға өйрәтә, - ти остазы хаҡында көрәшсе егет. - Кешегә иң ҙур этәргес бирә торған көстәрҙең береһе - ғәҙәт. Спорт минең өсөн күптән инде йәшәү рәүешемә, ғәҙәтемә әйләнгән. Бының икенсе сәбәбе лә бар: теге йәки был алымды онотмаҫ өсөн уны ҡабатлау тороу зарур.
Көрәштән тыш, Арсен ҡул көрәше менән дә мауыға. Ғөмүмән, спортты яратҡан һәр кем ниндәй генә өлкәлә үҙен һынап ҡарамаһын, һәр ваҡыт еңеүҙәргә өлгәшә.
- Ҡурҡыу дәғүәсеңдең нимә эшләргә теләүен аңламауҙан барлыҡҡа килә. Уны күнекмәлә генә аңлап була. Күп шөғөлләнһәң, ярыш ваҡытында зиһенең асылып китә. Юғиһә, хәл иткес мәлдә кеше ҡапыл ғына аныҡ фекергә килә алмаҫҡа ла мөмкин. Үҙеңде алдан әҙерләһәң, ғәҙәттә, дәғүәсеңдең нимә эшләргә теләгәнен алдан белеп, унан бер аҙымға алдараҡ хәрәкәт итәһең. Башҡа уйҙарыңды ситкә ҡуйып тораһың да, һөҙөмтә өсөн генә тырышаһың. Алыш ваҡытында миндә нәфрәт тә, агрессия ла булмай. Мин хатта дәғүәсемде шәхес итеп тә ҡабул итмәй башлайым. Бары тик үҙемдең "эшемде" генә башҡарам. Бында холоҡ үҙенсәлеге лә һөҙөмтә бирә, - ти Арсен Шәрипов үҙенең шөғөлө хаҡында.
Көрәшсе егет күптән түгел Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтты, унда ла ул хәрби часе исеменән төрлө спорт ярыштарында ҡатнашҡан һәм ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән. Беләгеңә көс һәм ҡеүәт, Арсен, артабан да яратҡан шөғөлөңә тоғро ҡал, яҡташтарыңды яңы еңеүҙәрең менән һөйөндөр!