Спорт
16 Август 2024, 04:53

Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух

Физкультурниктар көнө барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең һөнәри байрамы тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙә ул 1939 йылдан алып август айының икенсе шәмбеһендә билдәләнә.

Физкультурниктар көнөнә арнап, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолған сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров тәбрикләне.  Ул спорттың төрлө өлкәләрендә республика, ил кимәлендә ҙур ҡаҙаныштар яулап,  районды данлаған спортсыларға рәхмәт белдерҙе.
— Башҡортостанда, шул иҫәптән районда физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, был, үҙ сиратында, республикала сәләмәт йәмәғәт булдырыуға һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Республика халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра. Һуңғы арала спорт саралары әүҙемләшә, унда уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнаша. Быны төрлө кимәлдә яулаған еңеүҙәр дәлилләй, — тине Вадим Фәнил улы. 

«Тормошта өлгәшкәндәремдең күбеһенә спортҡа бурыслымын. Иң мөһим маҡсаттарҙың береһе — бөтә Башҡортостан буйынса балалар өсөн спорт менән шөғөлләнергә тейешле шарттар булдырыу. Өҫтәүенә был йәшәү урынына — ҙур ҡалаға йәки бәләкәй ауылға бәйле булырға тейеш түгел. Шуға күрә төп бурысыбыҙ — яңы объекттар төҙөү, булған спорт объекттарын ремонтлау, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Районда спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған: район үҙәгендә хоккей коробкаһы, спорт мәктәбе, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, ат-спорт мәктәбе  уңышлы эшләп килә. Үҫмерҙәр һәм балалар көрәш, еңел атлетика, волейбол, футбол, саңғыла йөрөү, бокс, хоккей һәм баскетбол кеүек спорт төрҙәрен айырыуса яратып ҡабул итә. Вадим Ғафаров билдәләүенсә, физкультура һәм спорт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр иҫәбен арттырыу буйынса эш артабан да дауам ителәсәк.
Дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә төбәк, федераль, халыҡ-ара программа һәм проекттарҙы бойомға ашырыуҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм спорттың халыҡ төрҙәрен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-преподавателе Нуриман Хәйруллинды БР Дәүләт Йәштәр комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Районда физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш  индергән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған өсөн Заһир Ғиниәтов,  Вил Әбдрәхимов, Нуретдин Ишмөхәмәтов, Лилиә Шафиҡова, Лилиә Манапова район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Физкультурниктар көнө уңайынан уҙғарылған сара төрлө  спорт ярыштарына бай булды. Был көндө баскетбол, волейбол, армрестлинг, масрестлинг, гер спортын һөйөүселәр, шахмат уйынын үҙ итеүселәр үҙ-ара ярышты. 
Волейболда һәр ваҡыттағыса «Ҡыҙыл» командаһы беренселекте ҡулдан ысҡындырманы, Асҡар һәм Салауат командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Баскетбол уйынында «Алмастау» командаһы иң көслө тип табылды, икенсе урынды Асҡар командаһы алды, «Второй этаж» командаһы өсөнсө урында.  
Гер күтәреүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында призлы урындарҙы Лилиә Манапова, Фәриҙә Копытцева, Рита Мансурова алды. Ир-егеттәр араһында  үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында Азамат Әхмәтҡужин, Динар Ғәлиәхмәтов, Урал Ҡаһарманов, Замир Ушанов, Динислам Байрамғолов, Вәхит  Ғайсин еңеүсе булды.
Масрестлингта  ҡатын-ҡыҙҙар араһында Гүзәлиә Дәүләтова, Лилиә Манапова, Шәмилә Ҡотләхмәтова, ир-егеттәр араһында 75 килограмға тиклем ауырлыҡта Вәхит Ғайсин, Айнур Шаһимөхәмәтов, Дияз Зарипов, 75 килограмдан юғары ауырлыҡта Ильяс Хәлилов, Рәсүл Солтанов, Замир Ушанов еңеү яуланы.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙан армрестлингта  Нурзилә Әхмәтйәнова, Фәриҙә Копыт-цева, Айһылыу Хәмзинаға тиңләшеүсе булманы.
 Ирҙәр араһында был спорт төрөндә 70 килограмға тиклем һәм 70 кило-грамдан юғары ауырлыҡ категорияларында беренсе урынды Вәхит Ғайсин менән Булат Абдрахманов алды, икенселә – Исмәғил Һиҙиәтов менән Замир Ушанов, Вилдан Ишбулатов менән Азамат Әхмәтҡужин өсөнсө урында билдәләнделәр.
 Армрестлингта уң һәм һул ҡулда абсолют категорияла Азамат Атауллин беренселекте ҡулынан ысҡындырманы.
Һәр спорт төрөндә еңеүселәр дипломдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Ласын Усманов, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры: — Бөгөнгө көндә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы әбйәлилдәр һаны артыуы шатлыҡлы кү­ренеш. Йылдан-йыл район һәм рес­публика ярыштарында еңеү һәм приз­лы урындар яулаусыларыбыҙ ҙа арта бара. Беҙ төбәк, ил һәм халыҡ-ара ки­мәлдә еңеүҙәргә өлгәшкән йәш спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең төп маҡсат – уҡыусыларҙы спортҡа ылыҡтырыу, улар үҙҙәре яратҡан спорт төрө менән етди, даими шөғөлләнһен һәм төрлө дәрәжәләрҙә үткән ярыштарҙа республика һәм район данын яҡлап, алдынғы урындар яулаһын өсөн балаларға шарттар тыуҙырыу. Республика Башлығы Радий Хәбиров йәш быуыны сәләмәт һәм белемле булып үҫһен өсөн яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа спорт ҡоролмалары төҙөтөүгә, уларҙы яңыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, «Һәр баланың үҫеше» проекты нигеҙендә һуңғы йылдарҙа бер нисә мәктәптең спорт залы төҙөкләндерелде, унда балалар спорт менән шөғөлләнһен өсөн бөтә шарттар булдырылды. Быйыл Салауат һәм Дәүләт мәктәптәрендә спорт залдары заманса шарттарға яраҡлаштырыла.
Читайте нас