Спорт
20 Август 2024, 05:43

Әбйәлилдәр һынатманы!

Бар ағзалары теүәл булып та донъя мәшәҡәттәренә ризаһыҙлыҡ белдереп, бәлә һалып йәшәүселәргә тормош ауырлығына бирешмәгәндәрҙән өлгө алырға кәрәк.

Әбйәлилдәр һынатманы!Әбйәлилдәр һынатманы!
Әбйәлилдәр һынатманы!

Көйөргәҙе районында Ағиҙел йылғаһы буйында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт туризмы буйынса республика ярыштары үтте. Биш көн дауамында барған туристик слетта Ауырғазы, Мәсетле, Баймаҡ, Хәйбулла, Мәләүез, Күгәрсен, Туймазы, Иглин, Йылайыр, Салауат, Кушнаренко, Яңауыл, Көйөргәҙе, Шишмә, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан, Белорет, Өфө, Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Бәләбәй, Благовещен ҡалаларынан килгән командалар көс һынашты.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Рәсәй инвалидтар спорт союзы президенты, Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаянов, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Олег Ротов ҡатнашты.
Ярыштарҙа беҙҙең райондан Н. В. Әҡсәнова етәкселегендә 15 кешенән торған команда үҙ көсөн һынаны. Йәмил Аҡмырҙин (Тупаҡ), Юлай Аҙнабаев (Иҫке Балапан), Нур Аллаяров (Әбделғәзе), Гөлнур Ялалова (Һәйетҡол), Илһам Мөхәмәтйәров (Мораҡай), махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр Илһам Хатапов (Йәнгел) менән Илдар Исламов (Туйыш), Зөлфәр Байбулатов (Хәлил), Вилдан Зәйнишев (Хәмит), Мөслимә Моталова (Хәлил), Дамира Килдейәрова (Мәхмүт) һәм Фуат Алтынбаевтар (Йәнгел) һәр береһе дөйөм уңышҡа ҙур өлөш индерҙе.
Туристар, усаҡта ашарға бешереп, палаткаларҙа йәшәне. Ярыштарҙа ҡатнашҡан командалар йәйәүле туризм техникаһында, урынды билдәләү (ориентир), колясканы фигуралы йөрөтөүҙә ярышты. Шулай уҡ катамарандарҙа һыу ҡаршылыҡтарын еңеп сыҡтылар, иң яҡшы туристик лагерь һәм иң үҙенсәлекле аш-һыу рецепт конкурстарында ҡатнаштылар.
Әбйәлилдәр һынатманы, уңышлы сығыш яһаны. Йәйәүле туризм буйынса һәм аш-һыу оҫталығында – беренсе, һыу туризмы буйынса туғыҙынсы, велотуризм һәм ориентир буйынса дүртенсе урын яуланылар. Дөйөм иҫәптә беҙҙең команда өсөнсө урын алып, бронза миҙал яуланы.
Вилдан Зәйнишев үҙенең сығышы менән ҙур уңышҡа өлгәште, ул “Уралым” йырын оҫта башҡарып бөтәһен дә таң ҡалдырҙы. Бигерәк тә кистәрен усаҡ янында яҡташыбыҙ үҙенең сағыу, ҡабатланмаҫ тауышы менән сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да әсир итте. Киске дискотека, төрлө мауыҡтырғыс саралар үтте. Турслет аҙағында еңеүселәргә арнап хатта фейерверк та атылды.
– Беҙҙең команда әүҙемлеге, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуға ихтыяр көсө менән айырылып торҙо. Йәмле тәбиғәт ҡосағында булыу, палаткаларҙа, саф һауала йәшәү әйтеп бөткөһөҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы. 23 район араһында өсөнсө урын, минеңсә, ҙур еңеү. Турслеттың яҡшы үтеүенә булышлыҡ иткән һымаҡ, көндәр матур торҙо. Көйөргәҙеләр сараны юғары кимәлдә ойошторҙолар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә иғтибарлылар, улар өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырғандар. Турслетҡа барыуға ярҙам иткән район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовҡа, БР «Урмансылыҡ менән идара итеү» бүлегенең Әбйәлил урмансылығы етәксеһе И. И. Кинйәбулатовҡа, мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыеваға, ДЮСШ директоры Л. М. Усмановҡа, водитель С. Х. Нәсибуллинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һәр ваҡыт район һәм төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашыр өсөн, беҙ район эшҡыуарҙарына мөрәжәғәт итәбеҙ һәм улар ярҙам итеүҙән баш тартмайҙар. Бөгөн мин «Цемикс» ЯСЙ-һының генеральный директоры С. Е. Тарыбаевҡа айырыуса рәхмәтлемен, ул бик ҙур ярҙам күрһәтте. Бөтәһенә лә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем, – тине район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Нәсимә Вәис ҡыҙы.
Г. ҒИНИӘТОВА.

Автор:
Читайте нас