Спорт
22 Август 2024, 13:45

Ҡаршылыҡтарҙы яулар көс бар уларҙа

Амангилде ауыл биләмәһендә инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса бәйге уҙҙы. Йәмле Ҡыҙыл буйында районыбыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән командалар үҙ-ара көс һынашты, бөтәһе алтмыштан ашыу кеше ҡатнашты.

Ҡаршылыҡтарҙы яулар көс бар уларҙаҠаршылыҡтарҙы яулар көс бар уларҙа
Ҡаршылыҡтарҙы яулар көс бар уларҙа

Ярышты асыу тантанаһында райондың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Нәсимә Әҡсәнова барыһын да сәләмләне. «Үҙегеҙҙең ихтыяр көсөгөҙ менән ҡаршылыҡтарҙы үтәһегеҙ, бының менән сәләмәт кешеләргә һеҙ өлгө булып тораһығыҙ», — тип, старт алдынан изге теләктәрен еткерҙе ул.
Командалар йәйәүле, һыу туризмы һәм уҡтан атыу буйынса бәйге тотто. Терәк-хәрәкәт ағзалары ҡаза күреп, физик мөмкинлектәре сикләнһә лә, спортсы-инвалидтар арҡанда ҡаршылыҡтарҙы үтеү, кәмәләрҙә ярышыу, уҡтан атыу, велосипедта йөрөү кеүек ҡатмарлы дистанцияларҙа һис тә һынатманы, шулай уҡ сәхнә эргәһендә ижади яҡтан һәләтлеләр өсөн дә конкурс булды.
Ярыштарҙы тренер Нур Аллаяров әҙерләгән ине. Ә уҡтан атыуҙы Рауил ауылынан Миләүшә Хәлилова ойошторҙо. Улар бәйгелә ҡатнашыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм дәртле нотала ярыштарҙы башлап та ебәрҙе.
Һыу туризмы буйынса беренсе урынға ике команда лайыҡ булды. Зөлфир Байбулатов, Зиннур Байгилдин, Әлфир һәм Ғайса Шөғүровтар һәм Фәнзил Абдрахманов, Юлай Аҙнабаев, Фазыл Фәйзуллин, Гөлнур Ялаловаларҙың командалары алдынғылар рәтендә булды. Икенсе урында ла өс команда еңеүсе тип табылды: Мөслимә Моталова, Мәмдүҙә Хәлисова, Ғәйниә Ғабдрахманова, Руслан Дәүләтов, Мәүлит Сәйетғалин, Кинйәбикә Фәйзуллина, Әлфиә Әҡсәнова, Артур Фәхриев һәм Фуат Алтынбаев, Рәйсә Ғәбитова, Ринат Буранбаев, Рәҡиә Аҙнабаевалар. Өсөнсө урында ике команда — Фәниә Мусина, Фирүзә Аралбаева, Динир Лоҡманов, Илһам Хатипов менән Зөлфиә Мөхөтдинова, Арслан Хызыров, Илһам Дауытов, Айсыуаҡ Шәриповтарҙан торған командалар еңде.
Йәйәүле туризмда Илһам Хатапов, Әлфир Шөғүров, Гөлнур Ялалова беренсе урында булһа, икенселекте Илһам Дауытов алды, өсөнсө урында — Зөлфәр Байбулатов.
Велотуризм буйынса Юлай Аҙнабаев менән Йәмил Аҡмырҙин билдәләнгән арауыҡты бер үк ваҡытта үтеп, икеһе лә беренсе урынға лайыҡ булды.
Уҡтан атыуҙа Артур Фәхриев менән Ғәйниә Ғабдрахманова иң мәргәндәре тип табылды, икенсе урынды Насип Фәттәхов менән Минзәлә Хәйруллина яуланы. Өсөнсө урында — Йәмил Аҡмырҙин менән Гөлнур Ялалова.
Амангилде ауылы биләмәһенең инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Минзәлә Юлмөхәмәтова сәхнә эргәһендә ижади яҡтан һәләтлеләргә конкурс үткәрҙе, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ һәм грамотаһы ҡалманы.
Матур йәйге ҡояшлы көндә тәбиғәттә рәхәтләнеп уйнап, тәмле төшкө аш ашап, бер-береһе менән аралашып таралышты бәйгелә ҡатнашыусылар.
Тормоштоң матурлығын күрә белеп, ваҡ ҡына ҡыуаныстарҙы ла ҙурҙай ҡабул итеп ала белгән изге күңелле, оло йөрәкле кешеләр йыйылған ине яланға. Тормоштоң әсе һынауҙарына бирешмә-йенсә ҡаршылыҡтарҙы еңер көс бар икәненә тағы ла берҙе инанаһың.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас