-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Август , 10:25

Чемпиондар остазы

Салауат Баһаув — райондың спорт тормошона көрәш төрҙәренең береһе булған самбоны индергән һәм бик күп балаларҙа уға һөйөү, еңеү сәме уятҡан тренер.

Салауат Баһаув — райондың спорт тормошона көрәш төрҙәренең береһе булған самбоны индергән һәм бик күп балаларҙа уға һөйөү, еңеү сәме уятҡан тренер. Ул ике тиҫтә йылға яҡын Магнитогорск ҡалаһында ОМОН-да эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылы Тупаҡта балаларҙы күнектерә башлай.  Энтузиазм нигеҙендә барлыҡҡа килгән спорт клубының яҡшы даны таралғас, ДЮСШ етәкселеге Салауат Нуриман улына тренерлыҡ эше тәҡдим итә. Ләкин оҙаҡ йылдар ҡаланың «Динамо» спорт һарайында самбо буйынса шөғөлләнеүе, яҡшы техникаға һәм спорт формаһына эйә булыуы ғына етмәй, балалар менән эшләү өсөн махсус һөнәри белем талап ителә. Шуға күрә С. Н. Баһаув  үҙенә лә, уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булған яңы башланғысы буйынса уҡырға ҡарар итә. ОМОН ветераны Стәрлетамаҡ физкультура колледжы студенты булып китә. 
Әле ул тренер булараҡ 7-се уҡыу йылын башларға әҙерләнә. Тиҙҙән каникулдағы спортсылар һәм остаздың үҙе өсөн тынғыһыҙ күнекмәләр, ярыш артынан ярыштар миҙгеле асыласаҡ. Самбо секцияһында төрлө йәштәге 70-ләп уҡыусы шөғөлләнә. Тупаҡ балаларынан тыш, күрше-тирәләге ауылдарҙан да ихлас йөрөйҙәр, иң мөһиме ата-әсәләр ҡаршы түгел, һәм был ағым йылдан-йыл көсәйә генә. Шуға күрә райондың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡанаты аҫтында Салауат һәм Михайловка мәктәптәре базаларында ла самбо секциялары ойошторолған хәҙер. Әйткәндәй, Михайловкала тренер булып Салауат Нуриман улының уҡыусыһы Булат Хызыров хеҙмәт итә. Был өс ауылдың яҡын ятыуы ла отошло, һәр кесаҙна һайын өс клуб спортсылары Тупаҡҡа дөйөм күнекмәгә йыйыла, үҙ-ара көс һынаша. 

Р. Ф. Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: «Республикала халыҡтың яҡшы йәшәүе мөһим, шул иҫәптән ауылда ла. Шуға күрә беҙ барыһы ла лайыҡлы хеҙмәт итә алһын, ғаилә ҡорһон, етеш йәшәһен, балалар үҫтерһен өсөн планға ярашлы спорт объекттары, мәҙәниәт усаҡтары төҙөйбөҙ, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерәбеҙ — инфраструктура булдырабыҙ».

— Кесаҙна — көрәш, йома — уйын көнө тип билдәләнгән. Самбо спортсынан таһыллыҡ ҡына түгел, иғтибар ҙа талап итә. Беҙҙең уйындар иғтибарлылыҡты  үҫтереүгә ҡоролған. Әйткәнемсә, секцияла 1-се кластан башлап төрлө йәштәге уҡыусылар шөғөлләнә. Төп күнекмәләр араһында ошондай көндәр үткәрелеүе бәләкәйҙәр ялҡып китмәһен өсөн айырыуса мөһим, — ти Салауат Нуриман улы.
«Тәрбиәләнеүселәрегеҙ менән аҙнаға нисә тапҡыр йыйылаһығыҙ һуң улай булғас?» — тип һорайым әңгәмәсемдән. 
— Дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын киске сәғәт 7-лә мәктәптең спорт залында осрашабыҙ. Ярыштар алдынан иһә көнөнә ике тапҡыр йыйылабыҙ. Ул сағында иртәнге 7-нән күнекмәләр үткәрәбеҙ, — тип яуаплай ул.
Ғәмәлдә секция өсөн «сәғәт»тәр улай уҡ күп бүленмәгән, документ буйынса аҙнаға өс тапҡыр ғына булырға тейеш. Ләкин сәғәт һанап ултырһаң, үҫеш булмаясаҡ, ти тренер. Күнекмәләр ни тиклем күберәк уҙған һайын һөҙөмтәләр ҙә яҡшыраҡ. Ә һөҙөмтәне, әлбиттә, ярыштар күрһәтә. Салауат Баһаув етәкселегендәге самбосылар араһында иһә республика, Рәсәй чемпиондары бихисап. 
— Уҡыусыларымды мөмкин тиклем йышыраҡ ярыштарға йөрөтөргә тырышам. Үҙем самбо менән шөғөлләнгән саҡта тренерымдың: «Бер ярыш 20 кү-некмәне алыштыра», тип әйткән һүҙҙәрен алтын ҡағиҙә урынына тотам, — ти чемпиондар остазы. 
 Уҙған уҡыу йылы Тупаҡ самбосылары өсөн ярыштарға һәм еңеүҙәргә бик бай булған. Әйткәндәй, иң көслө спортсылар Башҡортостан йыйылма командаһы составына алынған. Улар Ижевск, Сызрань ҡалаларында, Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан. Рөстәм Ырыҫҡолов, Нил Нөғәмәнов, Фәнис Баһаув, Данир Әҡсәнов, Зариф Аҡмырҙин, Рәмзил һәм Илдан Әҡсәновтар, Арсен Шәғәлин үҙ ауырлыҡ категорияларында республика һәм Рәсәй чемпиондары исемен яулаған. Ҡыҙҙар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткән: Илзидә Әҡсәнова, Эльмира Урмантаева, Арина Шәрипова Башҡор-тостан чемпиондары булған. 
Алыҫ сәфәрҙәр ҙур сығымдар ҙа талап итә. Салауат Нуриман улы финанс яҡтан ярҙам күрһәткән район етәк-селегенә, бигерәк тә балалар-үҫмерҙәр спорт  мәктәбенә, ата-әсәләргә, бағыусыларға рәхмәтле. Үтенесен кире ҡаҡмай Ҡаҙағстанға  юл сығымдарын, мәҫәлән, йылҡы тотоусы дуҫтары, Таштимер ауыл биләмәһенән эшҡыуарҙар Юнир Таһиров, Камил Хәйҙәров, Фәнис Таһиров, Лена Нөғәмәнова күтәрешкән. Ә инде үҙ кеҫәһенән сыҡҡан аҡсаһын һанамай ҙа ул...
Тренерҙың һәм тәрбиәләнеүселәренең әле дүрт күҙ менән көткәне — тиҙҙән үҙҙәренең айырым залы буласаҡ! ДЮСШ директоры Л. М. Усмановтың  хәстәрлеге менән район ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға иҫке балалар баҡсаһы бинаһында ремонт бара. Яңы йылға тиклем үҙ  залдарында шөғөлләнә башлауҙы күҙ аллай йәш самбосылар. Ремонт эштәрен тиҙләтеүҙә ата-әсәләрҙең дә өлөшө ҙур. Азамат Хызыров, Ринат Сәйетғәлин, Илнур Әхтәмов, Илсен Искәнйәров стена күтәрһәләр, Илгиз Әҡсәнов, Усман Сәлихов, Илфат Ғиниәтов, Данир Мөхөтдинов иҙән түшәгәндәр, Азат Ғәлиуллин тәҙрәләр һәм уларҙың яҡтауҙарын ҡуйған. Йылылыҡ үткәреүҙе был өлкәлә эшләгән Йәлембәттән Артур Низамов, Айҙар Мырҙабулатов, Марат Талипов һәм Руслан Сөләймәнов үҙ өҫтәренә алған.  Спортсы егеттәр каникул мәлендә үҙҙәре лә өлкәндәргә ярҙам итешә: сүп-сар йыя, биләмәне тәртипкә килтерә, ҡом иләй һәм башҡалар.
­— Спорттың зыяны юҡ — ул кешене тәртипкә өйрәтә, насар ғәҙәттәрҙән аралай, берләштерә, физик һәм рухи яҡтан сәләмәт итеп үҫтерә, — ти тренер. Һәм үҙе лә улдар атаһы булараҡ: — Балаларҙың ҡайҙа һуғылырға белмәй урам араһында йөрөгәненән ҡарағанда спорт залында шөғөлләнеүе мең тапҡыр яҡшыраҡ, — тип һүҙҙе тәрбиә, сәләмәт киләсәк тәрбиәләү юҫығына бора.
Салауат Баһаувтың мәктәп тамамлап сығып киткән, хәҙер ғаилә ҡорған, атай булған элекке уҡыусылары араһында ла күптәр спорт юлынан атлай. Батыр һәм Урал Хызыровтар, Радмир Йәнтүрин, Илсен Искәнйәров һаман элекке ғәҙәт буйынса остаздарына күнекмәгә килеп ярыштарға әҙерләнә. Булат Хызыров хәҙер үҙе тренер. Хәрби юлдан киткән, әлеге ваҡытта МХО-ла булған Арман Мифтахов та спортты ташламаған. 

Л. М. Усманов, район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры: — Ауыл ерендә эшләүсе белгестәргә дәүләт кимәлендә ҡаралған социаль яҡлау саралары күп йүнәлешле. Шуларҙың береһе — «Ауыл тренеры» республика программаһы сиктәрендә 2020 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Әбйәлилдән спортты үҫтереүгә көсөн һәм ваҡытын йәлләмәгән 15 тренер аҡсалата түләм сертификатына эйә булды. Бына улар — Д. Р. Мырҙабаев (хоккей буйынса тренер), И. Ш. Бараков (кикбоксинг), Ө. З. Шөғүров, И. Р. Әбделғазин (көрәш), С. Н. Баһаув (самбо), О. А. Изгина (каратэ), Ә. Ә. Махийәнов (еңел атлетика), И. Р. Юлдыбаев (бокс), Р. Т. Илһамов, И. М. Бүләкбаев (волейбол), А. Б. Мортазин, А. Р. Сафиуллин (хоккей), И. М. Яхин (футбол), В. Н. Изгин (каратэ), А. Р. Мәүлитдинов (бокс). Шуныһы һөйөнөслө районыбыҙҙа балалар араһында спорт яҡшы үҫешә. Тренерҙарҙың хөкүмәт кимәлендәге ярҙамға лайыҡ булыуы уларҙы дәртләнеп эшләргә этәрә, эшкә мөнәсәбәтен тағы ла яҡшырта ғына. Проектты тормошҡа ашырыуға йыл һайын төбәк ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленә. Башта түләм күләме 600 мең һум булһа, былтырҙан башлап тренерҙарға бер миллион һум түләнә.

Салауат Нуриман улының тәрбиәләнеүселәре армия сафтарында ла яҡшы физик әҙерлеге менән айырыла. Ваҡытында республика призеры булған Айҙар Әхтәмов хәҙерге ваҡытта ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәй, көҙгө саҡырылышта шулай уҡ элекке чемпиондары Алишер Усманалиев менән Руслан Йыһангиров ил һағына китәсәк. Руслан спорт мастерына кандидат разрядына ла эйә. Ағымдағы йылда Нил Нөғәмәнов менән Рөстәм Ырыҫҡолов КМС нормаһын үтәгән.
Хеҙмәтенең бушҡа китмәүе, уҡыусыларының уңыштары артабан дәртләнеп эшләргә ҡанатландыра ла инде остазды. Тренерҙың шәхсән хеҙмәте лә әленән-әле баһаланып тора. Район күләмендә «Иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре» дипломы менән бүләкләнгән. 2021 йылда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса бирелгән аҡсалата түләмгә трактор һатып алған. Ауылда төпләнгән, шәхси хужалығында күпләп мал тотҡан, йылҡы үрсеткән, ҡымыҙ  етештергән ишле ғаилә өсөн был техника донъя көткәндә  бик мөһим. 
«Теге ваҡыт, төп эшеңдән хаҡлы ялға сыҡҡас, бәлки, һиңә фермерлыҡҡа тотонорға кәрәк булғандыр?» — тинем ауыл тормошона ғашиҡ әңгәмәсемә. «Бәлки. Ләкин быға һис үкенмәйем. Мин үҙемде тренерлыҡта таптым. Фәҡәт үҙ-үҙем өсөн генә йәшәмәйем. Белгәнемде йәш быуынға өйрәтәм, сәләмәт, көслө, ихтыярлы киләсәк тәрбиәләүгә үҙемдән өлөш индерәм», — тине ул. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: