-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь , 17:36

Ҡаҙмаштар - гел алдынғылар!

"Айыҡ ауыл" бәйгеһендә ҡатнашыусы Ҡаҙмаш ауылы халҡы сәләмәт тормош яҡлы.

Ҡаҙмаштар - гел алдынғылар!
Ҡаҙмаштар - гел алдынғылар!

Кисә уҙғарылған "Кросс нации" акцияһына улар дәррәү ҡушылды һәм команда зачетында беренсе урын алды.

Балалар араһында ике саҡрымлыҡ арауыҡта Фәриҙә Бикҡужина беренсе, 1,5 арауыҡта Айгүзәл Зыяева беренсе, Дилара Суфиянова икенсе урынға лайыҡ булды. Нурания Тахаува бер саҡрымлыҡта беренсе, Сәлиә Асҡарова 500 метрлыҡ арауыҡта өсөнсө булып финишты уҙҙы.

34 йәштән 70 йәшкә тиклемгеләр араһында Рәғиҙә Хәкимова, Насырйән Әһелов тәүге урында килһә, Сәлимә Сафина, Нәсимә Фәйзуллина икенсе урында билдәләнде. Сания Сафиуллина, Рәсимә Мәхмүтова, Фәүзилә Ихсанова өсөнсө урында еңеүселәр тип табылды. Әҡлимә Ғәбитоваға ярышта әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бүләкләнде. 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: