24 сентябрҙән 28 сентябргә тиклем Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Т. Х. Аслаев иҫтәлегенә бокс буйынса төбәк ярыштары үтте.
Ярышта Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан спортсылар ҡатнашты.
Беҙҙең район исеменән балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тренеры Рөстәм Мәүлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре үҙ ауырлыҡ категорияларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Марат һәм Вадим Ҡорманғәлимовтар, Динир Абдуллин беренсе урындарҙы яулаһа, Алексей Азанов икенсе, Артем Мәүлетдинов өсөнсө урында билдәләнде.
* * *
26-28 сентябрҙә Өфө ҡалаһында Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастеры Елена Логункова иҫтәлегенә кикбоксинг буйынса республика турниры уҙҙы, унда йәмғеһе 270-тән ашыу спортсы ҡатнашты.
Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Камилла Ғәбитова (Асҡар мәктәбе), Мәликә Батталова (гимназия), Роман Изгин (гимназия), Айҙар Сафуанов (Асҡар), Владислав Лобанов (Асҡар) үҙ ауырлыҡ категорияларында дәғүәселәрен еңеп, беренсе урын алыуға өлгәште. Нургиз Ғималов (гимназия), Артур Мәғәфүров (Асҡар) икенсе урында еңеүселәр тип табылды. Кирилл Азанов (Сиҙәм), Диана Мәүлетдинова (Сиҙәм), Илнара Ғайсина (Асҡар), Арина Борханова (гимназия), Илдар Әмиров (Асҡар) өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Йәш спортсыларҙы ярышҡа тренерҙар Р. Н. Мәүлетдинов, И. Ш. Бараков, В. Н. Изгин, А. Р. Мәүлетдинов әҙерләне.
* * *
5 октябрҙә Өфө ҡалаһында «Йәш яугир-VI» республика балалар-үҫмерҙәр хәрби сәнғәт фестивале үтте, унда тренер В. Н. Изгиндың тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Вадим Нуриәхмәт улының тәрбиәләнеүселәре юғары кимәлдә сығыш яһаны һәм спорт өлкәһендә район бәҫен тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрҙе.
Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары Гүзәл Мортазина, Азамат Сынбулатов, Данил Низаев, Вилдан Өмөтҡужин, Алан Әхтәров, Данил Исламов, Әмир Таһиров, Дамир Хөбөтдинов, Тамерлан Шаһниязов, Асҡар мәктәбе уҡыусыһы Салауат Сәйәхов беренселекте бирмәне. Гимназистар Рөстәм Исламов, Бәхтийәр Байғужин, Арсен Ғиззәтов, Эмиль Хөснитдинов, Рафаэль Мусин, Фәрхәт Кәримов, Кәрим Тат-лыбаев, Никита Серов, Илсур Ғәбитов, Ислам Рәхмәтуллин, Асҡар мәктәбенән Тамер-лан Яҡупов һәм Ислам Сабитов үҙ ауырлыҡ категорияларында икенсе урында билдәләнде. Шулай уҡ Дәүләт мәктәбе уҡыусыһы Элин Дәүләтбирҙин һәм кусимовсыларҙан Тимур Хәлисов, Азамат Әбсәләмов, Вилдан Рысбаев өсөнсө урындарҙы яуланы.
Йәш спортсылар үҫә
«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында райондың 1-се класс уҡыусылары араһында ГТО нормативтарын тапшырыу фестивале үтте.
Фестивалдә 25 команда ҡатнашты. 200-ҙән ашыу беренсе класс уҡыусылары 10 метрға йүгереү, 3х10 арауыҡта йүгереү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, гимнастика эскәмйәһендә алға ҡарай ауышып тороу кеүек нормативтарҙы үтәне.
Команда иҫәбендә урындар түбәндәгесә булды: беренсе урынға Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 1 «А» класы уҡыусылары сыҡһа, Красная Башкирия коман-даһы икенсе урынды, Күсем руднигы мәктәбенең беренселәре өсөнсө урынды алды.
Малайҙар араһында шәхси зачетта Артур Мәүлетдинов (гимназия) 1-се, Артем Сәғәҙиев (Красная Башкирия) 2-се, Илназ Ишбулатов (гимназия) 3-сө урынға сыҡты.
Ҡыҙҙар араһында гимназия уҡыусыһы Әминә Ямаловаға етеүсе булманы. Красная Башкириянан Мирослава Мирошникова һәм Күсем руднигынан Виктория Митряева икенсе, Ташбулат мәктәбенән Илгизә Рәхмәтуллина өсөнсө урынды алды.
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.