-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Октябрь , 09:41

Тормошта ла, спортта ла бергә!

Ғаилә һәм спорт. Был төшөнсәләр айырылғыһыҙ булырға тейештер, минеңсә. Сөнки спорт — ул ғаилә ағзаларының буш ваҡытын файҙалы үткәреү сараһынан тыш, һау-сәләмәт, көслө рухлы булыу-ҙың, сәләмәт тормош яҡлы балалар тәрбиәләүҙең дә бер алымы булып тора.

Ғаилә һәм спорт. Был төшөнсәләр айырылғыһыҙ булырға тейештер, минеңсә. Сөнки спорт — ул ғаилә ағзаларының буш ваҡытын файҙалы үткәреү сараһынан тыш, һау-сәләмәт, көслө рухлы булыуҙың, сәләмәт тормош яҡлы балалар тәрбиәләүҙең дә бер алымы булып тора. Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ — Алина һәм Ғаян Дәминевтар ошо фекергә таянып йәшәй.

Ике йәш йөрәк осраҡлы ғына танышып китә. Сибайҙа белем алып йөрөгән егет Хәмиткә туғандарына барған осорҙа Алинаны осрата ла, 2013 йылдың 15 ноябрендә Хәмит һәм Яңауыл ауылының Әхмәтҡужиндар һәм Дәминевтар ғаиләләре ҡоҙалаша. Йәштәр иһә Өфө ҡалаһына күсеп китә. Ғаян уҡыуын тамамлағас, «Ярмарка» магазин селтәренә эшкә урынлаша һәм бөгөнгө көнгә тиклем хеҙмәт итә. 

«Тормошта өлгәшкәндәремдең күбеһенә спортҡа бурыслымын. Иң мөһим маҡсаттарҙың береһе — йәш быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләү, уларҙы сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу. Бының өсөн төрлө шарттар тыуҙырабыҙ, объекттар төҙөйбөҙ, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ, киләсәк быуын өсөн февтивалдәр, акциялар даими уҙғарабыҙ, — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә».

Ә Алина иһә 144-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Алина — ғаиләһендә яҡшы хужабикә, һөйөклө әсәй, тормош юлдашына яҡшы ҡатын, өҫтәүенә эш урынында шәп хеҙмәткәр ҙә. Ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау, ҡурсалау, балалар үҫтереү, тәрбиәләү — уның төп роле һәм тормоштағы тәғәйенләнеше. Инәһе көслөнөң иләүе көслө, тигән мәҡәл тап килә Алина Хәбир ҡыҙына.
Дәминевтарҙың бер-бер артлы ике балалары донъяға килә. Ҡыҙҙары Линара Өфө ҡалаһының 45-се мәктәбендә белем ала, ә улдары Линар әсәһе менән бергә көн дә 144-се балалар баҡсаһын тапай.  
Алина Хәбир ҡыҙы һәм Ғаян Дамир улы сәләмәт тормошто үҙ итә, спорт менән мауыға. Спортҡа һөйөүҙе балаларында ла тәрбиәләйҙәр. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған төрлө спорт ярыштарында хужабикәнең саңғы һәм йүгереү буйынса еңеүсе булыуы ла быны дәлилләй. Алинаның спорт менән шөғөлләнгән урыны — Ағиҙел буйы. Ә Ғаян йыл да үткәрелгән «Сауҙа берҙәмлеге» спартакиадаһы ҡатнашыусыһы.
 Йыл да республикала күп кеше ҡатнашлығында төрлө спорт саралары, ярыштар, фестивалдәр, универсиадалар, «Кросс нации», «День ходьбы», «Лыжня России» кеүек акциялар уҙғарыла. Быйыл Дәминевтар Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған «Сәләмәтлек» фестиваленең «Ҡыҙлы ғаилә» номинацияһында ҡатнашып, лайыҡлы рәүештә беренсе урын алғандар. 
— Беҙҙең ғаиләлә футболға һөйөү тәрбиәләнә, йүгерәбеҙ, ҡышҡыһын саңғыла йөрөйбөҙ. Спорт менән шөғөлләнеү беҙгә ҡыуаныс килтерә. Шул уҡ ваҡытта спорт, уңыштарға өлгәшеү теләге беҙҙе берләштерә, — ти ирле-ҡатынлы Дәминевтар.

Ласын Усманов, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры: — Бөгөнгө көндә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Йылдан-йыл район һәм республика ярыштарында яҡташтарыбыҙ һынатмай һәм күп еңеүҙәр менән ҡайталар. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең төп маҡсат — йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу, улар үҙҙәре яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнә алһын өсөн шарттар тыуҙырыу. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҫмерҙәр һәм балалар сәләмәт булып үҫһен өсөн төрлө ярыштар, фестивалдәр үткәрә. Мәҫәлән, Яңы йыл каникулдары ваҡытындағы Ғаилә уйындарын ғына алайыҡ. Сараны юғары кимәлдә үткәрер өсөн, ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләү өсөн ҙур иғтибар бүлә.

Һоҡланғыс, матур ғаиләләр тормошто биҙәй. Алина менән Ғаян икеһе лә уңған, бөтмөр, сос. Дәминевтар ғаиләһенә киләсәктә лә — тормошта ла, спортта ла бергә, бер һүҙҙән булып яңы-яңы үрҙәргә ынтылыуҙарын теләйбеҙ.  
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: