-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Октябрь , 08:00

Өфөлә "Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы башлана

Форум Рәсәй Президентының 2009 йылдың 27 июлендәге указы менән физик культура һәм спортты, халыҡ-ара спорт хеҙмәттәшлеген үҫтереү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында булдырылған.  #Владимир Путин

Өфөлә "Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы башлана
Өфөлә "Рәсәй – спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы башлана

Форум сиктәрендә “Заманса спорт.  Инновациялар һәм перспективалар”  халыҡ-ара күргәҙмәһе үткәрелә.  Ул илебеҙҙең спорт индустрияһының юғары ҡаҙаныштары витринаһы булып тора, унда спорт үҫеше күрһәтелә, эшлекле бәйләнештәр булдырыла.

      Беренсе “Рәсәй - спорт державаһы”  халыҡ – ара спорт форумы 2009 йылдың 23-25 октябрендә Ҡазанда  үтә. Уның эшендә 1400 самаһы кеше, шул иҫәптән меңдән ашыу рәсәйле һәм 300 сит ил ҡунағы ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа форум Мәскәүҙә (2010), Саранскиҙа (2011), Якутскиҙа (2012), Чебоксарҙа (2014), Доброград спорт курортында (Владимир өлкәһе, 2016), Ульяновскиҙа (2018), Түбәнге Новгородта (2019), Ҡазанда (2021) үткәрелә.

     2022 йылда юбилейлы X форум  Кемерово өлкәһенең бер нисә майҙансығында – Междуреченск, Белово һәм Новокузнецк ҡалаларында ойошторола. XI Халыҡ – ара спорт форумы 2023 йылдың 19-22 октябрендә Пермдә үтә. Ул физик культура һәм спорт өлкәһендә дәүләт идара итеү органы ойошторолоуҙың 100 йыллығына, шулай уҡ Пермь ҡалаһының 300 йыллығын байрам итеүгә арнала. Саралар туғыҙ майҙансыҡта үткәрелә. Унда биш меңдән ашыу кеше ҡатнаша, донъяның 30 иленән йөҙҙән ашыу ҡунаҡ килә.

     XII "Рәсәй – спорт державаһы " халыҡ-ара спорт форумы 17-19 октябрҙә Өфөлә  үтәсәк.  Форум ҡунаҡтары байрам сараларында ҡатнашасаҡ, үҙенсәлекле һәм күп милләт йәшәүсе төбәктең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән танышасаҡ.

      "Спорт. Ғаиләһе. Рәсәй” девизы аҫтында үтеүсе  РФ Президенты ҡарамағындағы физик культура һәм спорт буйынса Совет ултырышы төп ваҡиға буласаҡ, унда тармаҡты үҫтереүгә комплекслы ҡараш, күмәк спортты үҫтереү һәм ярыштарҙа әүҙемлекте арттырыу буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу тикшереләсәк. Иғтибар үҙәгендә рәсәй спортсылары-паралимпиясылар буласаҡ. "Спорт – киләсәккә комплекслы ҡараш" төп пленар ултырышында дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың спортты үҫтереүҙә ҡатнашыуы тикшереләсәк. Дөйөм алғанда, форумдың һигеҙ майҙансығында 40-тан ашыу сара планлаштырылған.

     Форумдың мәҙәни программаһы 15 ваҡиғаны яҡтыртасаҡ. Был театр постановкалары, күргәҙмәләр, экспозициялар. 17 октябрҙә "Динамо" спорт аренаһында илдең баскетбол йондоҙҙары, форумда ҡатнашыусылар һәм сит ил вәкилдәре бергәләп "Йондоҙҙар матчы" үткәрәсәк. Бынан тыш, слалом буйынса халыҡ – ара ярыштар, фехтование буйынса "Салауат ҡылысы" турниры, бокс кисәһе, керлинг буйынса ярыштар, "Динамо"-"ЦСП-Химки" командалары араһында футбол матчы үтәсәк.

    Форумға "Заманса спорт" күргәҙмәһенең яңы экспозицияһы әҙерләнгән. Инновациялар һәм перспективалар майҙаны биш мең квадрат метрҙы биләйәсәк. Унда спорт ҡорамалдары һәм инвентарының яңы төрҙәре тәҡдим ителәсәк. Мәҫәлән, инклюзив тренажерҙар, яңы футбол экипировкаһы, спорт майҙансыҡтары һәм стадиондар өсөн инновацион төр япмалар. Рәсәй паралимпия комитеты спортсыларҙы  реабилитациялау буйынса үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: