Проект сиктәрендә уҙған тәүге сара «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә ойошторолдо. «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге балалары һәм проект командаһы – хәрби-патриотик спорт үҙәге, «Боевое братство» ағзалары туристик слетҡа йыйылды.
Барыһы ла тигеҙ сафҡа теҙелгәс, «Ҡурай» — чемпиондар йорто» проекты етәксеһе Васил Баязитов слетта ҡатна-шыусыларҙы тәбрикләне.
— Беҙ бөгөн проект командаһын һәм «Ҡурай» үҙәге коллективын бер-береһе менән таныштырасаҡбыҙ, саф һауала ярыштар үткәрәсәкбеҙ. Балаларға районыбыҙҙың матур төбәген күрһәтеп, мауыҡтырғыс ял бүләк итергә ниәтләнек, — тине Васил Рәхим улы.
Балалар хәүефһеҙлек техникаһы бу-йынса инструкция үткәндән һуң ярыштар майҙансығына юлланды. Хәрби хәрә-кәттәр ветераны Ринат Мәхмүтов пневматик винтовканан атыу буйынса ярыш үткәрҙе. Махсус хәрби операция яугире Азат Мортазин автоматты йыйыу һәм һүтеү буйынса конкурс ойошторҙо. Васил Баязитов урында ориентир табыу, тренерҙар Артур Дадакин һәм Рәмил Уйылданов мауыҡтырғыс турнир үткәрҙе. Турслетҡа үҙәктең элекке тәрбиә-ләнеүсеһе, ҡатнаш көрәш буйынса донъя чемпионы Арсен Ғөбәйҙуллин килде һәм үҙенең тренерҙарына спорт ярыштарын ойоштороуҙа ярҙам итте.
Ярыштар тамамланғас, турслетта ҡатнашыусыларҙы тау саңғыһы үҙәге етәкселегенән сюрприз көтә ине — улар балаларға фуникулерҙа бушлай күтәрелеү мөмкинлеген бүләк итте. Балалар бейек тауға күтәрелеп, ҡоштар осар юғарылыҡтан тирә-яҡҡа, тәбиғәттең матурлығына һоҡланды, шатлыҡтарының сиге булманы. Тәьҫораттары менән уртаҡлаша-уртаҡлаша тауҙан түбәнгә төшкәс, улар ситлектә торған айыуҙы ҡараны. Урман хужаһын күреү ҙә оноторлоҡ түгел ине.
Саф һауала йөрөп, ярыштарҙан һуң асыҡҡан балаларҙы ҡаҙанда бешкән тәмле былау көтә ине. Уны «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге малайҙары үҙҙәре әҙерләгәйне.
— Балалар өсөн был тәбиғәт ҡосағындағы ял ғына түгел, спортҡа һөйөү уятыу, уларға өлгө булырлыҡ кешеләр менән танышыу мөмкинлеге лә. Ошондай шәп проект, мауыҡтырғыс сара өсөн хәрби-патриотик спорт үҙәгенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ һуңғы йылдарҙа уларҙың ҡеүәтле ярҙамын тоябыҙ, Вадим Ғәлин, Артур Дадакин, Рәмил Уйылданов беҙҙең тәрбиәләнеүселәргә ныҡлы иғтибар бүлә. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, — тине «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры Рәйлә Сирубаева.
Турслетҡа йомғаҡ яһағанда балалар сараны ойоштороусыларҙы оҙаҡ алҡыш-ланы. Шул рәүешле, улар «Ҡурай» — чемпиондар йорто» проекты коман-даһына рәхмәт белдерҙе.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.