«Ҡурай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге Рауил ауылында урынлашҡан. Бында спорт залы юҡ. 2019 йылдан балалар йортоноң даими бағымсыһы, эшҡыуар Вадим Ғәлин үҙәктең подвалын ремонтлап, электр үткәрә, тренажерҙар ҡуя. Уның ярҙамы арҡаһында ике хәрби көрәш тренеры үҫмерҙәр менән шөғөлләнә башлай. Спорт секцияларына ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән йөрөгән малайҙар ярыштарҙа ҡатнаша, тәүге наградалар яулай башлай. Бер аҙҙан В. Ғәлин егеттәрҙе Асҡарға күнекмәләргә алып килеүҙе ойош-тороуға өлгәшә. Туғыҙ үҫмер аҙнаһына ике тапҡыр «Ырыу» спорт залында тренерҙар А. Дадакин һәм Р. Уйылданов менән шөғөлләнә. Спорт, көрәш дәрестәренә йөрөгән малайҙар бер-береһе менән дуҫлашып, берҙәм командаға әйләнә.
— Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар менән тәүге тап-ҡыр ошондай хәрби-спорт эше үткәрелә. Эшҡыуар Вадим Ғәлин биш йыл дауамын-да балалар йортона шефлыҡ итә, хәҙер райондың хәрби-патриотик спорт үҙәге беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алды, — ти «Ҡу-рай» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры Рәйлә Сирубаева. — Һуңғы йылдарҙа балалар йорто тәрбиә-ләнеүселәре менән алып барылған маҡ-сатлы эштең һөҙөмтәһе бар. Мәҫәлән, «Ҡурай»ҙың тәрбиәләнеүсеһе Арсен Ғө-бәйҙуллин ҡатнаш көрәш буйынса Мы-сырҙа үткән Бөтә донъя ярыштарында донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Был ярышта ул үҙенең остазы Вадим Ғәлин ярҙамында ҡатнаша алды. Бынан тыш, беҙҙең тәрбиәләнеүселәр Данил Фәхретдинов, Тимур Аманбаев, Сулим Дахаев, Арсен Әмирханов, Максим Дәүләтбаев, Евгений Кузичев район, респуб-лика, хатта ил кимәлендәге ярыштарҙа еңде, чемпион исемен алды. Быйыл яҙ Вадим Камил улы дүрт егетебеҙ өсөн Дағстан Республикаһына спорт миксфай-ты буйынса Рәсәй чемпионатына сәфәр ойошторҙо, унда Тимур Аманбаев «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияһында билдәләнде. Шуға күрә, бөгөн беҙ «Ҡурай» —чемпиондар йорто» тип ышаныс менән әйтә алабыҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.