Әсәнән күргән — тун бескән
Бер тиҫтер ҡыҙҙар булараҡ, Гүзәлиәнең спортҡа әүәҫлеге миңә элек-электән таныш. Үҫмер саҡта спорт ярыштарының һәр саҡ уртаһында ҡайнаған, бер ярыштан да еңеүһеҙ ҡайтмаған ҡыҙҙың киләсәк тормошо ла спорт өлкәһендә өмөтлө булыуы ул заманда уҡ билдәле ине. Хатта Гүзәлиә ярышҡан ерҙә ҡалған ҡыҙҙар беренселеккә дәғүә итмәгән осраҡтар ҙа булғыланы. Сөнки, ҡыҙҙың үҫкән мөхите, өйҙән килгән тәрбиә лә шул спорт менән бәйле ине. Балаларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләү — ата-әсәнең тәү бурыстары була.
— 3 йәшенән генә ағас саңғыға баҫты. Һуңынан атаһы менән кәңәшләшеп, ботинкалы саңғы һатып алып бирҙек. 1-се кластан уҡ ярыштарға йөрөй башланы, — тип ҡыҙының бала сағын хәтеренә төшөрҙө геройымдың әсәһе Миләүшә Хәлилова.
Әсәй кеше Рауил белем биреү усағында ғүмер буйы физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә, ул әле лә мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Әллә нисә быуынды еңел атлетика серҙәренә өйрәткән, саңғыға баҫтырған, волейбол һәм баскетбол уйындарының алымдарына төшөндөргән уҡыусылары араһында ҡыҙы Гүзәлиәне лә тәрбиәләргә тура килә уға. Мәктәптә бер өйрәтһә, өйҙә тағы ла өҫтәмә сынығыу өсөн күнегеүҙәр эшләтә. «Билдәле булыуынса, спорт буй-һынды матурайта, күңел торошона ыңғай йоғонто яһай. Тимәк, ул гүзәл зат вәкилдәре өсөн дә файҙалы. Һөҙөмтә бар: эштә лә таянысым да, ышанысым да булды ҡыҙым. Ярыштарҙағы еңеүҙәре өсөн остазы булараҡ бер ҡыуанһам, әсәй булараҡ икеләтә шатлыҡ биләп ала ине мине. Хәҙер иһә үҙе теләп ҡыҙыҡһына, кәрәккән ерҙәрендә мине лә өйрәтеп ебәрә», — ти Миләүшә Уйылдан ҡыҙы.
Мәктәп йылдарында, студент саҡтарында Гүзәлиә Илдус ҡыҙы күберәк волейбол, еңел атлетика, йөҙөү, саңғыны үҙ итә. Электән булған спортҡа һөйөүен Гүзәлиә бөгөн дә ташламаған, әленән-әле район, республика кимәлендәге йөҙөү, саңғы, йүгереү ярыштарында үҙ категорияһында ул алдынғылыҡты бирмәй. Райондың волейбол йыйылма командаһында ла уйнай Гүзәлиә. Был спорт төрҙәре буйынса алған бихисап миҙалдарының, маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ, әммә һүҙ бөгөн икенсе хаҡта.
Уҡ-һаҙағы яурынында...
Спорт һөйөүсе ҡыҙыбыҙ һуңғы йылдарҙа уҡ атыуҙа мәргәнлеге менән һоҡландыра, был спортҡа нисек килеүе һәм нимә этәргес биреүе тураһында һораша башлағас, әсәле-ҡыҙлы бер мәлгә тынып, мәғәнәле ҡараш менән алмашҡас, икеһе бер тауыштан «2018 йылда» тип яуап ҡайтарҙы.
— Ниндәйҙер ярышҡа барғанда уҡсыларҙы күреп уларҙың уҡ-һаҙаҡтарына, милли кейемдәренә ҡарап күҙем ҡыҙҙы, уҡсылар араһындағы мөнәсәбәт, мөхит үҙенә йәлеп итте. Их, мин дә шулар араһында булһам ине тигән хыял барлыҡҡа килде. Һәм хыялым тормошҡа ашты, — тип бәйән итте Гүзәлиә.
Уҡтан атыу республикала популярлыҡ яулай башлаған мәлдәрҙә, яҡташыбыҙ Рөстәм Баһаув спорт төрөн йәш быуынға таратыу, уны йәйелдереү маҡсатында районда ҡыҙыҡһынғандарға уҡ атыу серҙәрен төшөндөрә башлай. Таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап иткән боронғо спортҡа Гүзәлиәнең дә күңеле ята. Уҡ атыуҙың нескәлектәренә төшөнә, атҡан һайын оҫтарғандан-оҫтара бара, таҫыллығын камиллаштырыу йәһәтенән бер спорт ярыштарынан да ҡалмай. Хатта сабыйҙарын да олатай менән өләсәйгә ҡалдырып, республиканың икенсе осона бәйгеләргә сыға уҡсы.
— Уҡ атыу тән сәләмәтлегенә генә түгел, аң-зиһен үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Буй-һынды ғорур тотоу, кәүҙәне матур алып йөрөүҙе бурыс итеп ҡуя, күҙҙең күреү һәләтен, үткерлеген дә яҡшырта, башты ла эшләтә, — ти Гүзәлиә.
Ысынлап та, уҡсы ҡыҙҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Сөнки пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына һәр саҡ яҡшы кәйефтә, күркәм ҡиәфәттә булыу, төрлө хәлгә әҙер тороу, баҙап ҡалмау маҡсатында спорт менән шөғөлләнергә ҡушҡан, айырыуса уҡ атыу һәм һыбай йөрөүҙе хуплаған.
Ҙур тырышлыҡ, бәләкәйҙән килгән спортҡа һөйөү, физик яҡтан ныҡлыҡ, ныҡышмаллыҡ, көн дә уҡтан атыуҙы шымартыу өсөн күнегеүҙәр яһау үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Хатта Гүзәлиә тыуып-үҫкән йорттоң ихатаһында уҡтан атыу өсөн дистанциялар менән сәптәр барлыҡҡа килә. Буш ваҡытында таҫыллығын шунда нығыта уғатар ҡыҙ. Ҡыҙының шөғөлөнә әсәһе лә ҡушыла. Миләүшә Уйылдан ҡыҙы уҡ атыу менән ихласлап ике йыл шөғөлләнә. Хәҙер ярыштарға улар бергәләп йөрөй. Үҙҙәре менән Ислам менән Батырханды ла эйәртәләр. Ғәҙәттә, береһе ярышта ҡатнашып килгәнсе икенсеһе балаларҙы ҡарап тора.
Уҡсыларға ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн төп талап — уларҙың милли кейемдә булыуы. 1812 йылдан популярлыҡ яулаған француз яулыҡтарҙа, төрлө стилдә тегелгән бишмәттәрҙә, сағыу әберкәле күлдәктәрҙә сығыш яһай улар. Шулай уҡ уҡ-һаҙағы ла осһоҙҙан түгел. Уларҙы әсәле-ҡыҙлы Түбәнге Новгородтан интернет аша һатып ала.
Гүзәлиәнең уҡтан атыу буйынса тәүге еңеүе 2019 йылда була. «Ирәндек уҡсылары» клубын асыуға арналған тантанала икенсе урын яулай. Унан һуң «Талҡаҫ мәргәне», йыл да «Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә уҙғарылған «Мәргән уҡсы», «Ирәндек уҡсыһы» бәйгеләрендә, Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу ярышында, Ҡарас сәсән исеменә, Бейеш батыр иҫтәлегенә, Ҡаҙағстанда уҙғарылған турнирҙарҙа алдынғылыҡты бирмәй.
«Ҡаҙаҡ ҡыҙҙарын ҡалтыратып ҡайттыҡ!»
Донъя кимәлендә үткәрелгән «Дала мәргәне» бәйгеһе тураһында ишеткәс тә, республиканан уҡсылар бер командаға тупланып (Бөрйән, Сибай, Әбйәлил) Ҡаҙағстанға юлға сыға.
— Юлға сығыр алдынан Гүзәлиәм «Әсәй, мин еңеп ҡайтам!» тип сығып китте. Эстән генә мин дә ҡыҙымдың ышаныс менән әйткән һүҙҙәренә доғаларымды ҡуштым, — ти Миләүшә Уйылдан ҡыҙы.
Бөрйәндән Нәйлә һәм Азат Ишкилдиндар, Сибайҙан Тимур Өмөтбаев тейешле урынға елдереп барып та етәләр. Рулде лә алмашлайҙар.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында йәмғеһе 50-нән ашыу уҡсы ҡатнаша. Бәйгенең положениеһына ярашлы «Пута», «Жамбы», «Ҡалҡан» турнирҙарын үтергә тейеш була уҡсылар. «Пута»ла 7 тапҡыр туғыҙышар уҡ атһалар, «Ҡалҡан»да 7 тапҡыр етешәр уҡ атырға тейеш булалар. Ә «Жамбы»ла 30 метр алыҫлыҡтан 5 уҡты 5 тапҡыр атырға кәрәк. Бәйге олимпиада системаһы буйынса үткәрелә, йәғни беренсе турҙа уҡсылар бер-береһен төшөрөп ҡалдыра барып, иң һуңында мәрәйҙәрен һанап, иң оҫта 16 уҡсы еңеүгә дәғүә итә.
Гүзәлиә тәүге турҙа уҡ атыу буйынса донъя кимәлендә чемпион исемен яулаған ҡаҙаҡ ҡыҙын 6:4 иҫәбе менән еңеп, беренсе урынға дәғүә иткән ҡыҙҙан 3:5 иҫәбенә еңелә һәм икенсе урынға сыға. «Ҡалҡан»да етенсе булһа ла, үҙенән алдағыларҙы төшөрөп ҡалдырып финалға үтә. Иң мауыҡтырғыс мәл «Жамбы» турнирында була: Башҡортостандан килгән ике ҡыҙ еңеүгә дәғүә итә. Беренсе һәм икенсе урындарҙы үҙ-ара бүлешкән башҡорт ҡыҙҙары команда буйынса беренсе урын яулай. Һөҙөмтәлә, республиканан барған ике ҡатын-ҡыҙ Башҡортостанға дүрт урын алып ҡайта. Шуға ла Гүзәлиә Дәүләтова менән Нәйлә Ишкилдинаға «Ҡаҙаҡ ҡыҙҙарын ҡалтыратып ҡайттығыҙ», тип һоҡланыу белдерәләр Ҡаҙағстанда.
Гүзәлиәне ауылдаштары ихлас ҡаршы ала. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлсинә Баһранова һәм ауыл Советы депутаты Мөнирә Уйылданова етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр музыкалар яңғыратып, уғатар ҡыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлап изге теләктәрен юллай. Балаһы Ҡаҙағстанда булған саҡта өләсәй ролен үтәгән Миләүшә апайҙың да, донъя кимәлендә еңеүҙәр алып ҡайтҡан Гүзәлиәнең дә күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре балҡый. Атай менән әсәй спорт һөйөүсе ҡыҙҙары өсөн ғорурланыу тойғоһо кисерһә, Гүзәлиә хыялының тормошҡа ашыуына ҡыуана. Мин үҙем дә бала саҡтан белгән, төрлө ерҙәрҙә осрашҡанда ихлас хәл-әхүәлдәрҙе һорашып белешкән Гүзәлиә өсөн сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо кисерҙем. Уңыштарың артабан да күп булһын, һылыу!