Ярышты Вадим Баҡыевтың бергә уҡыған һабаҡташтары ойошторған. Уның төп маҡсаты — йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, РФ Президенты Указы менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған (үлгәндән һуң) ҡыйыу курсанттың батырлығы тураһында киләсәк быуынға еткереү, йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, В. Баҡыев Силәбе танк училищеһының 4-се курсында уҡыған саҡта дуҫын янған танктан ҡотҡарып һәләк булғайны.
Ярыштарҙа Буранғол һәм Асҡарҙан берешәр, Таштимер һәм Амангилде ауылдарынан икешәр һәм «Сборная-2002» командалары ҡатнашты.
Уйын йәрәбә буйынса билдәләнгән ике төркөмдә үтте һәм командалар үҙ-ара ике еңелеүгә тиклем уйнаны. Төркөмдә команда беренсе урынға 1 мәрәй алһа, икенсеһе мәрәйһеҙ сыға. Артабан — дүртәү финалы. Әгәр команда дәғүәсеһен 2:0 иҫәбенә еңһә, өс мәрәй ала, әгәр 2:1 иҫәбенә еңһә, 2 мәрәй алырға тейеш ине. Әгәр ҙә команда 0:2 иҫәбенә еңелһә, мәрәй алмай, 1:2 иҫәбенә еңелһә, 1 мәрәй ала.
Командаларҙың бөтә ҡатнашыусылары ла ярыш өсөн ныҡлы әҙерлек менән килгәндәрен күрһәтте. Һәр уйын тулҡынландырғыс, мауыҡтырғыс булды, ҡатнашыусылар алдаҡ хәрәкәттәр ҡулланып хаталар яһамаҫҡа тырышты.
Ҡыҙыҡлы ярышта Амангилде командалары тәүге ике урынды үҙҙәрендә ҡалдырҙы. Өсөнсө урында «Сборная-2002» командаһы билдәләнде.
Милхәт Кирәев «Иң яҡшы һаҡсы» номинацияһында (Амангилденең беренсе командаһы ағзалары), Таһир Йәһүҙин «Иң яҡшы бәйләүсе» номинацияһында, Мират Латипов «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинацияһында, Рәсүл Солтанов «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһында (Сборная 2002) еңеүселәр тип табылды.
Хәрби-патриотик спорт үҙәге (етәксеһе В. К. Ғәлин) һәм «Импульс» ЯСЙ-һы (етәксеһе Р. С. Шаһыбалов) һәм Вадим Баҡыевтың класташтары бағыусылар булып сығыш яһап, еңеүселәргә грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.