Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь 2024, 15:40

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы

Йылайыр районы Юлдыбай ауылында «Спорт — наркотиктарға ҡаршы» акцияһы сиктәрендә яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолғарин иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса турнир уҙҙы.

БЕҘ СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ ЯҠЛЫ
Йылайыр районы Юлдыбай ауылында «Спорт — нарко-тиктарға ҡаршы» акцияһы сиктәрендә яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолғарин иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса турнир уҙҙы.
Ярышта Урал аръяғының иң көслө көрәшселәре ҡатнашты. Әбйәлил районы командаһы исеменән ДЮСШ тренерҙары Р. Х. Әбделғәзин, З. З. Шөғүров һәм И. Р. Әбделғәзиндың тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны һәм үҙ ауырлыҡ категорияларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 
Инйәр Ғүмәров (Ишбулды), Динислам Ырыҫҡолов (гимназия), Арсен Дауытов (Дәүләт), 1-се һанлы Асҡар мәктәбенән Айгиз Мәғәфүров менән Айназ Мансуров беренсе урын яуланы. Дәүләттән Радмир Хисамиев менән Айбулат Мөхөтдинов, Ишбул-дынан Илмир Фәттәхов менән Илдар Хәлисов икенсе урын алдылар. 

БЕҘҘЕКЕЛӘР ҺЫНАТМАЙ
Стәрлетамаҡ ҡалаһында физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы базаһында йыл һайын Сергей Васильевич Туленков иҫтәлегенә волейбол буйынса республика турниры үтә, унда республиканың иң көслө волейбол һөйөүсе командалары ҡатнаша. 
Районыбыҙҙа дәррәү эшләп килгән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре быйыл да һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте. Ир-егеттәр командалары араһында үҫмерҙәр беренсе урынға лайыҡ булды. Ҡыҙҙар командаһы ла һис һынатманы, улар дүртенсе урында. Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары тип Наҙгөл Мортазина (Ишҡол) һәм Артур Кәримов (Асҡар) танылды.

БАСКЕТБОЛ ЯРЫШЫ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ
2009-2010 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында баскетбол буйынса Юрий Гагарин исемендәге район беренселеге үтте.  
Беренселектә зона ярыштарында еңеүсе алты команда ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Йәнгел мәктәбе командаһы (тренеры А. С. Мөхәмәтшин) алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урында 1-се Асҡар мәктәбе (Р. Т. Илһамов), өсөнсөлә — Красная Башкирия мәктәбе уҡыусылары (Р. Р. Һиҙиәтов). 
«Иң яҡшы һөжүмсе» номинацияһында Илдар Килмөхәмәтов (Йәнгел),  «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһында Ислам Әбдрәхимов (Красная Башкирия) еңеү яуланы. Нурислам Собханғолов (гимназия) «Иң яҡшы һаҡсы»,  Рушан Әхмәтйәнов (Асҡар) «Иң шәп уйынсы» номинацияларында билдәләнде. 
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: