Спорт
1 Декабря 2024, 02:51

Төп приз — Алмазда

Ҡаҙмаш мәктәбендә көрәш буйынса асыҡ турнир үтте, ярыш Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Почет билдәһе» ордены кавалеры Зиннәт Мәғәфүров иҫтәлегенә арналды.

Буранғол, Амангилде, Үтәгән, Асҡар, Дәүләт, Гусев, Тал Ҡусҡары, Ишҡол, Ишбулды ауылдарынан, Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан килгән йәш көрәшселәр майҙан тотто.
25 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Гусев егеттәре Данис Хөсәйенов менән Ирназар Солтанов беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште, өсөнсө урында — Дәүләттән Илназ Зарипов. 
27 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Аяз Шөғүров (Ишбулды) беренсе, Ишбулат Мөхәмәтйәров (Амангилде) икенсе,  Данил Миһранов (Асҡар) өсөнсө урында еңеүселәр тип табылды. 
29 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Инйәр Ғүмәров  (Ишбулды), өсөнсө урынды Арслан Мәхмүтов (Дәүләт) алды.
32 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Алмаз Хәлисов (Ишбулды) еңеүсе булһа, Рәзил Әлтәпов (Дәүләт) икенсе, Арсен Хисмәтов (Амангилде) өсөнсө урынды яуланы.
35 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Руслан Мостафин (Амангилде) икенсе, Илназ Рәхимов (Буранғол)  — өсөнсө урында. 
Ирхан Хәсәнов (Амангилде), Ильяс Папанин (Ишҡол), Назар Бәшәров (Тал Ҡусҡары), Радик Мырҙабаев (Ишбулды), Эмиль Кейекбаев (Ишҡол) «Еңеүгә ынтылыш өсөн» Почет грамоталары һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнделәр. «Иң оҫта техник ташлаусы» номинацияһында Аяз Шөғүровҡа (Ишбулды) етеүсе булманы. Турнирҙа иң йәш ҡатнашыусы тип Алсын Мәғәфүров (Амангилде) танылды. Ярыштың абсолют чемпионы исеменә Алмаз Хәлисов (Ишбулды) лайыҡ булды һәм ул төп приз — һарыҡты алды. 
Г. ТИМЕРЙӘНОВА. 

Читайте нас