Юлдаш ауылындағы «Яугир» спорт клубының көрәш залында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Вадим Дәүләтбай улы Баһаув һәм Айнур Ишморат улы Мофаззалов иҫтәлектәренә арналған «Йәш батыр» тип аталған көрәш буйынса райондың асыҡ беренселеге үтте. Туғыҙ ауырлыҡ категорияһындағы ярышта 2012 йылда тыуған һәм унан кесе 67 йәш спортсы ҡатнашты.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды. 23 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында беренсе урында Эмиль Кейекбаев (Ишҡол), икенсе урында Руслан Хөсәйенов (Гусев), өсөнсө урында Михаил Сәйфелмөлөков (Сиҙәм) билдәләнде. 25 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Радик Мырҙабаев (Ишбулды) беренсе, Даян Ғәлиәкбәров икенсе (Дәүләт) урын алды. Денис Хөсәйенов (Гусев) беренсе, Аяз Шөғүров (Ишбулды) икенсе, Ирназар Солтанов (Гусев) 28 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урынды яуланы. 32 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Алмаз Хәлисов (Ишбулды) беренсе, Илназ Ғәлиуллин (Гусев) икенсе, Арыҫлан Мәхмүтов (Дәүләт) өсөнсө урында билдәләнде. 35 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Рәзил Әлтәповҡа (Дәүләт) етеүсе булманы. Илназ Рәхимов (Буранғол) икенсе, Инсаф Шөғүров (гимназия) өсөнсө урында еңеүселәр. 40 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Иҙел Намаҙбаев (Дәүләт) иң көслөһө тип табылһа, Эмиль Баҙарғолов (Ишҡол) икенсе, Артур Мәҡсүтов (Сиҙәм) өсөнсө урынды алды. Дәүләттән Динар Хәкимов 45 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында еңеүсе тип билдәләнһә, Сиҙәм егеттәре Динир Йосопов менән Денис Хәмитов икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. 50 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Рәшит Ғәбитов (Буранғол), Хәйҙәр Ласынов (Юлдаш) икенсе, Мөхәммәт Өмөтҡужин (Асҡар) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Асҡар мәктәбе уҡыусылары Рәдиф Мансуров менән Радмир Ғиззәтов 50 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ категорияһында беренсе һәм икенсе урындарҙа еңеүсе булһалар, Ишҡолдан Вилдан Шәрәфетдинов өсөнсө урын алды.
Эмиль Кейекбаев турнирҙың абсолют чемпионы тип табылды. Уға төп бүләк — һарыҡ тапшырылды (бағыусыһы Нуриман Ғөбәйҙуллин). Эмиль шулай уҡ «Иң тиҙ алып ташлау» номинацияһында еңеүсе булды. «Иң техник көрәшсе» исеменә Рәшит Ғәбитов лайыҡ булды.
Фидан Ғиниәтуллин (Буранғол), Арсен Байымов (Сиҙәм), Рияз Хәлисов (Ишбулды), Юлай Йәрмөхәмәтов (Ишҡол), Илһам Ҡужахмәтов (гимназия), Илдар Исламов (Дәүләт), Алмаз Ғибәҙәтов (Юлдаш), Алмаз Хәйруллин (Гусев) «Еңеүгә ынтылыш өсөн» грамоталары менән бүләкләнде.
Бөтә еңеүселәргә, призерҙарға, номинацияларҙа иң яҡшылар тип табылыусыларға бағыусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Улар — Байрам Ғибәҙәтов, Нуриман Ғөбәйҙуллин, мәрхүм Вадим Баһаувтың атаһы Дәүләтбай Баһаув, мәрхүм Айнур Мофаззаловтың һөйөклө кәләше Вәсилә Дәүләтбаева, хәрби-патриотик спорт үҙәге директоры Азамат Амангилдин.
Юлдаштар килгән ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыттағыса мул табын менән ҡаршы алды. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Сәлимә Ғәзизова етәкселегендә Дилара Хөснитдинова, Зилиә Ғәзизова, Луиза Әбдрәшитова, Заһиҙә Ғәзизова, Әлфинә Шаһивәлиева ярышта ҡатнашыусыларҙы һәм ойоштороусыларҙы тәмле аш менән һыйланы. Юлдаш ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гөлназ Әхмәтҡужина сараны йәнле алып барҙы.
Нацизмды тар-мар итеүгә үҙ өлөштәрен индергән, йәндәрен фиҙа ҡылған батырҙарҙың рухы үлемһеҙ, улар хаҡында хәтер мәңге тере!
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.