Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
19 Декабрь 2024, 07:30

Рәсәйҙең Олимпиада уйындарында еңеүсе спортсылары бүләкләнә

Рәсәй Хөкүмәте 2024 йылда Парижда үткән Олимпиада уйындарында илдең спортсы — миҙалсыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк күләмен билдәләне. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Рәсәйҙең Олимпиада уйындарында еңеүсе спортсылары бүләкләнә
Рәсәйҙең Олимпиада уйындарында еңеүсе спортсылары бүләкләнә

РФ Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған тейешле ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Документтан күренеүенсә, алтын миҙал өсөн спортсыларға — 4 миллион һум, көмөш миҙал өсөн — 2,5 миллион һум, бронза миҙал өсөн 1,7 миллион һум ҡаралған.

       Бынан тыш, еңеүселәрҙең тренерҙары ла бүләк аласаҡ: «алтын» өсөн — 800 мең һум, «көмөш» өсөн — 500 мең, «бронза» өсөн — 340 мең.   

       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылғы олимпиадала 15 рәсәйле нейтраль статуста сығыш яһаны. Призерҙар араһында парлы разрядта көмөш миҙал яулаған тенниссылар Мира Андреева һәм Диана Шнайдер бар. Һәр спортсы 2,5-шәр миллион һум бүләк аласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: