Амангилде ауылында тыуып-үҫкән Зиннәтулла Мәғәфүровҡа башҡа тиҫтерҙәре менән бер рәттән бәхетле баласаҡ күрергә яҙмай. 1-се класта уҡығанында атаһы һуғышҡа китә һәм ҡабат әйләнеп ҡайтмай. Аслы-туҡлы, ауыр йылдарҙы өлкәндәргә ярҙам итеп, еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән малайға «Атай» тип өндәшергә насип булмай. Һуғыш бөткәс тә сәсеү, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша. Хеҙмәт юлын бик иртә башлаған егет 1958 йылдан «Заветы Ильича» колхозының, 1987-1992 йылдарҙа «Амангилде» совхо-зының мал ҡараусыһы булып намыҫлы эшләй. 40 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығына арнай һәм уның тырыш хеҙмәте юғары баһалана. З. Мәғәфүров Ҡыҙыл Байраҡ һәм Почет билдәһе ордендары кавалеры, бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ. Зиннәтулла Рәжәп улы ғүмер юлдашы Шәмсинур Сәйфулла ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, туғыҙ ул үҫтерәләр. Балалары ла спорт яраталар, ейәндәре лә көрәш менән шөғөлләнә, урындар яулай.
З. Мәғәфүров иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса турнирға йөҙгә яҡын көрәшсҽ килде. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған ярыштарҙа Бай-маҡ, Бөрйән, Хәйбулла район-дарының йәш көрәшселәре һәм Асҡар, Амангилде, Дәүләт, Гусев, Ишбулды, Ишҡол, Юлдаш, Тал Ҡусҡары ауылдарынан спорт-сылар ҡатнашты.
Милли көрәш буйынса тур-нирҙы район хакимиәте баш-лығы Илдар Нафиҡов асты.
— Районыбыҙҙың хеҙмәт ба-тыры булараҡ танылған Зин-нәтулла Мәғәфүровтың яҡты иҫтәлегенә арнап өсөнсө йыл милли көрәш буйынса турнир уҙа. Аталарының хәтерен шулай мәңгеләштереп спорт ярышы ойошторған Мәғәфүровтар маҡтауға лайыҡ, — тине Илдар Таһир улы. — Турнирға күрше райондарҙан килеүҙәре беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Барығыҙға ла сәм, көс-ҡеүәт теләйем. Иң таһылдар еңер тип ышанам.
Йәш көрәшселәргә Т. Куси-мов исемендәге гимназияның «Ете ҡыҙ» вокал ансамбле (етәксеһе Ф. Нөғәмәнова) матур йыр һәм Ласын Мәғәфүров дәртле ҡурай көйҙәрен бүләк итте.
Сәмле ярыш көн буйы дауам итте. 2011-2012 йылғылар ара-һында 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында призлы урындарҙы Айбулат Хәлисов (Ишбулды ауылы), Арсен Хисмәтуллин (Баймаҡ районы) һәм Илһам Ишбулатов (Бөрйән) яуланы. 40 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында — Мөхәмәт Нуров, Ислам Ишбулатов (Бөрйән) һәм Вилдан Шәғәлин (Гусев). 2013 йылғы һәм унан бәләкәйерәктәр араһында 27 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Динис Хөсәйенов (Гусев), Аяз Шөғүров (Иш-булды), Ильяс Хәлитов (Баймаҡ) тәүге өс урынды алды. 29 кило-грамға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Әбйәлил кө-рәшселәре алдынғылыҡты бирмәне: Арслан Мәхмүтов (Дәүләт), Илназ Ғәлиуллин (Гусев), Зөлфир Мөхәмәтйәнов (Амангилде). 32 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Инйәр Ғүмәров (Ишбулды), Азамат Тимербулатов (Баймаҡ) менән Альберт Аҡмырҙин (Юлдаш) еңде. 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Динар Хәкимов (Дәүләт), Руслан Мостафин (Амангилде) менән Аяз Солтанов (Гусев) тәүге урындарға сыҡты.
Турнирҙың абсолют чемпионы тип Бөрйәндән Мөхәмәт Нуров танылды һәм ярышты ойоштороусы Мәғәфүровтар ғаиләһенән төп бүләк — тәкәне алды.
«Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияһында Радик Мырҙа-баев (Ишбулды), Рәзил Әлтәпов (Дәүләт), Ирназар Солтанов (Гусев), Имиль Баҙарғолов (Ишҡол), Вилдан Миһранов (Асҡар), Назар Бәшәров (Тал Ҡусҡары) һәм Амангилде көрәшселәре — Арсен Хисмәтов, Фидан Байғужин, Эльмир Мәғәфүров һәм Ишбулат Мөхәмәҙиев билдәләнде. Еңеүселәргә һәм призерҙарға Мәғәфүровтар ғаиләһе аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Район мәғариф бүлеге грамоталар һәм миҙалдар бирҙе.
Динара САФИУЛЛИНА.