Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән, спортты һөйгән ташбулаттарҙың хоккей майҙансығы бар ине, әлбиттә. Бында ауыл исемен йөрөткән ике команда — өлкәндәр һәм йәштәр электән мәктәп янында урынлашҡан боҙ майҙансығында шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Район ауылдарында яңы асылған хоккей майҙансыҡтарын күреп, уйынсылар үҙҙәрендә лә майҙансыҡты яңыртыу теләге менән яна башлай. Һәм оҙаҡҡа һуҙмай, «Ташбулат» хоккей командаһының ҡапҡасыһы Айтуған Билалов ауыл чатына ошо тәҡдимде еткерә. Ташбулаттар был идеяны дәррәү күтәреп ала һәм бергәләп, үҙ көстәре менән яңы майҙансыҡ эшләргә кәрәк тигән уртаҡ фекергә киләләр. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай, улар ҙа ярҙам итә. Дөйөм тырышлыҡ менән 400 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Ауыл халҡы был сумманы йыйыуға ҙур өлөш индерә, һуңынан ҡул көсө, техника менән бөтә эштәрҙә ярҙам итә. Ташбулат биләмәһе хакимиәте майҙансыҡ урынына ҡырҡ машина ҡырсынташ түктерә, ауылдың ир-егеттәре үҙ техникалары менән тигеҙләй. Ауыл Советы депутаты Радмир Ялалов хоккей майҙансығы тирәләй яҡтылыҡ үткәрә, хәҙер бында төнөн дә яп-яҡты. Шулай уҡ хоккейсыларға 12 комплект йәшел, 7 комплект күк форма һәм ҡапҡасы өсөн обмундирование бүләк итә.
Хоккей майҙансығын асыу тантанаһында Ташбулат биләмәһе башлығы Динис Таһиров, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, район Советы депутаты Фәнил Әсәҙуллин менән ауыл Советы депутаты Радмир Ялалов ҡатнашты. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы һәм тантанаға йыйылған халыҡты фольклор ансамбле йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы.
Әхтәм хәҙрәт Ғарипов хоккей майҙансығын асыуға фатиха биреп, именлек теләп, доға ҡылғандан һуң, тантананың рәсми өлөшө башланды.
Тәүге булып һүҙҙе Ташбулат биләмәһе башлығы Динис Таһиров алды.
— Бөгөн беҙҙең ауыл өсөн иҫтәлекле көн. Яңы хоккей майҙансығы асыла. Үҙебеҙҙең ауыл, күрше-тирә ауылдар халҡы һәм эшҡыуарҙар аҡса йыйҙы һәм йәй аҙағында төҙөлөш эштәренә тотондоҡ. Үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ, дөйөм эштә олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Күмәк хеҙмәттең һөҙөмтәһе һеҙҙең күҙ алдында. Утыҙға илле метр ҙурлығындағы хоккей майҙансығы шәп килеп сыҡты. Үҙемдең исемдән, Ташбулат биләмәһе хакимиәте исеменән барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Депутатыбыҙ Радмир Ялаловҡа айырыуса рәхмәт, ул хоккей майҙансығын эшләүҙә башынан алып аҙағынаса ярҙам итте, үҙ аҡсаһы менән дә, бағымсылар ҙа тапты. Күп көс түгеп эшләнгән хоккей майҙансығы Ташбулат ауылы, күрше-тирә ауылдар халҡына оҙаҡ хеҙмәт итһен, бигерәк тә йәш быуын спортҡа ылығып үҫһен. Майҙансыҡ буш тормаһын, киләсәктә төрлө кимәлдәге шәп ярыштар ойошторолһон, беҙҙең спортсылар үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырһын, — тине Динис Дамир улы һәм хоккей командаһына бүләген бирҙе.
Хоккей майҙансығын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға Ташбулат биләмәһе башлығы Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ы директоры Йәлил Зәйтүнов Ташбулат халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы.
— Республикала һуңғы йылдарҙа спортҡа иғтибар ныҡ көсәйҙе, ҡалаларҙа-район үҙәктәрендә күп заманса спорт объекттары асыла. Районда ла хоккей майҙансыҡтары эшләнә, — тине Йәлил Насип улы. — Ташбулат ауылы халҡының бергәләп, үҙ көсө менән ошондай майҙансыҡ төҙөүе маҡтауға ғына лайыҡ. Ҙур, бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп, сифатлы итеп эшләнгән хоккей майҙансығын спорт һөйөүселәргә оҙаҡ йылдар ҡыуанып тотонорға яҙһын.
Й. Зәйтүнов хоккей майҙансығы өсөн кәрәкле бүләк — ҡеүәтле һыу насосы алып килгәйне.
— Хоккей — ир-егеттәрҙең иң яратҡан уйыны. Беҙ элек йылға буйында, шәре сыҡҡанын көтөп үҫкән малайҙар булһаҡ, хәҙерге быуын заманса, сифатлы итеп төҙөлгән боҙ майҙансыҡтарында хоккей уйнай. Һыуыҡ боҙ ауыл халҡы өсөн иң йылы урынға әүерелһен, — тине район Советы депутаты Фәнил Әсәҙуллин һәм аҡсалата бүләк тапшырҙы.
Ауылдаштарын күптән көтөлгән ваҡиға менән ауыл Советы депутаты Радмир Ялалов тәбрикләне, был эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ал таҫманы киҫеү хоҡуғы Динис Таһиров, Радмир Ялалов менән Азамат Мурзинға бирелде. Ялтырап ятҡан боҙға тәүге булып хужалар — Ташбулат ауылының өлкәндәр һәм йәштәр хоккей командалары инде. Һәм тәүге шайбаны ташлап, уйын башланы. Ҡыҙыу турнир көн оҙоно дауам итте. Сәмле ярышта беренсе урынды Байым хоккей командаһы яуланы. Икенселә — Ташбулаттың йәштәр командаһы. Өсөнсө урынды Ташбулаттың өлкәндәр командаһы алды.
Автор: Динара САФИУЛЛИНА.