24 ғинуарҙа Өфөлә “Динамо” спорт комплексы майҙанында баскетбол буйынса “Йондоҙҙар матчы” булды. “АСБ” һәм Башҡортостандың “Белые дьяволы” тигән символик исемле ике команда составында Рәсәй спортының легендалары, Олимпия чемпиондары, донъя чемпиондары, Рәсәйҙең һәм Европаның күп тапҡырҙар чемпиондары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, бизнес вәкилдәре ярыш майҙанына сыҡты. Спорт ярышы “Галстукһыҙ форматында” үтте, бында барыһы ла тигеҙ ине.
Башҡортостан үҙенең ҡунаҡсыл ерендә Рәсәйҙең иң яҡшы спорт берләшмәләре вәкилдәрен тәбрикләне. Тап улар Рәсәйҙең данын иң юғары кимәлдәге ярыштарҙа яҡланы. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә баскетбол әүҙем үҫеш ала. Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында Башҡортостан исеменән “Динамо” баскетбол клубы командаһы сығыш яһай. Бөгөнгө ваҡиға яратҡан спорт төрөн үҫтереүгә яңы этәргес көс бирер тип ышанабыҙ.
Матч дуҫтарса осрашыуҙы сағылдырһа ла, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа профессионал баскетболсылар булмаһа ла, тамашасылар командалар уйынынан ҙур ҡәнәғәтлек алды. Финалға таблола 64:64 тигән иҫәп янды. Шулай итеп осрашыу тигеҙ иҫәпкә тамамланды.
Осрашыу бүләкләү тантанаһы менән тамамланды – уйында ҡатнашыусыларға “Йондоҙҙар матчы” тигән миҙалдар тапшырҙылар. “Йондоҙҙар матчы” командалары Рәсәйҙең спорт державаһы булыуын йәнә бер иҫбатланы. Өҫтәүенә, был турнир республикала был спорт төрөнөң үҫеше өсөн дә кәрәк. Әйткәндәй, был сара Өфөлә икенсе тапҡыр үткәрелә. Беренсеһе – “Өфө-Арена”ла ойошторолдо, икенсеһе иһә Көрәш һарайында.
“Йондоҙҙар матчы” ғәҙәттәгесә билдәле баскетболсы Сергей Беловтың тыуған көнөндә һәм Студенттар көнө алдынан ойошторола. 2020 йылда үткәрелгән матчҡа 7,5 мең кеше килгән ине. Быйыл иһә яңы спорт һарайында – Көрәш һарайында – спорт һөйөүселәр яңы тәьҫораттар алыр, сәләмәт тормош алып барыуға яңы ынтылыш табыр, тигән ышаныстабыҙ.
Сергей МЕДВЕДЕВ; “Уфимец” баскетбол клубы генераль директоры:
- Баскетбол студенттары ассоциацияһы тағы кире ҡайта, ниндәйҙер кимәлдә ул үҙгәрә. Ошондай масштаблы спорт саралары һәр кемгә көс-дәрт өҫтәй, ҡыҙҙарҙы һәм малайҙары спорт менән шөғөлләнергә, баскетбол менән мауығырға өндәй. Бик шәп Көрәш һарайында баскетбол бөтөнләй икенсе төҫтәрҙә сағылыш тапты. Киләсәктә лә беҙ бында баскетбол матчтарын үткәрербеҙ тип өмөт итәбеҙ: Бөгөн дә сараға меңләгән бала киләсәк һәм иртәгә улар ныҡлап спорт менән шөғөлләнер, сәләмәт тормош алып барыр, тигән өмөт-ышаныстабыҙ. Был – иң мөһиме.
Айһылыу Низамова