Сарала ылаҡ уйыны төп тамашаға әйләнде һәм үҙ янына бихисап тамашасыһын йыйҙы, унда Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Ауырғазы райондары һәм Татарстан командалары көс һынашты. Һуңғы ике команда һайлап алыу турында төшөп ҡалды. Икенсе көндө Урал аръяғы ылаҡсылары призлы урын өсөн көсөргәнешле бәйге тотто. Ишембай һәм уға күрше райондар халҡы был уйын менән таныш түгел, шуға күрә, тын да алмайынса, боронғо төрки уйынын күҙәтте, көслө һәм таһыллы ылаҡсыларға һоҡланыуҙан тел шартлатты.
Яҡташтарым тәүге минуттарҙан уҡ тамашасы һөйөүен яулап алды, күпселек халыҡ Әбйәлил командаһы өсөн янып-көйҙө. Уларҙың төп дәғүәселәре — Хәйбулла егеттәре лайыҡлы уйнаны, шулай ҙа беҙҙекеләр 9:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Хәйбулла — икенсе, Баймаҡ — өсөнсө, ә Бөрйән командаһы дүртенсе урынға сыҡты.
Дүрт йөҙ саҡрымдан ашыу юл үтеп килгән Урал аръяғы ир-егеттәре берҙәмлек күрһәтте, уйын мәлендә уларҙың бер-береһенә ҡарата хөрмәте, дуҫ мөнәсәбәте иң беренсе күҙгә ташланды. Тамашасы, иң һуңында: «Урал аръяғы башҡорттары, афарин!», «Һеҙ беҙгә — үрнәк!» — тип ҡул сапты.
Әбйәлил ылаҡсылары, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә танылыу яулаған. Тиҫтә йыл самаһы инде, Ғәлим Яуынбаев етәкселегендә бер төркөм яҡташыбыҙ ылаҡ уйынын пропагандалау һәм таратыу буйынса маҡсатлы эш алып бара. Ярышҡа сәфәр ҡылыу, алыҫ юл, аттарҙы транспорт менән ташыу күберәк уларҙың үҙ кеҫәһенә һуҡһа ла, яулаған үрҙәр ылаҡсыларҙы алға — яңы еңеүҙәргә әйҙәй. Сөнки рухлы, тамырҙарында башҡорт ҡаны ҡайнаған аҫыл ир-егеттәр генә йыйылған бында! Әбйәлил командаһы составындағы спортсыларҙы: Ғәлим Яуынбаевты, Илдар Ғирфановты, Мансур Вәлиевты, Батыр Әбүбәкировты, Роберт Рынжаны, Илсур Мырҙабаевты, Марат Шәрәфетдиновты, Азамат Хәлисовты, Илнур Һибәтовты еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Лилиә ХӘЛИТОВА.