Үткән шәмбелә төрлө тарихи дәүерҙәрҙә Ватаныбыҙҙы һаҡлаған илебеҙҙең данлы улдарына арналған бәйге үткән Тупаҡ ауылы янындағы аҡлан да ярышта ҡатнашыусылар һәм тамаша ҡылырға килгәндәр менән тулы булды.
Заһир Ғәлиуллин менән Фаил Зиядрисламов райондың йылҡы тотоусылары, Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә ойошторған был сара шуныһы менән үҙенсәлекле: ярышҡа килгәндәр ғәҙәттәгесә бәйгелә ҡатнашыуға иғәнә индермәне. Һәр заезда еңеүсегә йылҡысылар Заһир Ғәлиуллин, Самат Ғилманов, Фаил Зиядрисламов, Фуат Талипов, Ильяс Һибәтов, Ишдәүләт Һибәтов, Салауат Баһаув бүләккә берәр ҡолон әҙерләне. Уларҙың, шулай уҡ бер төркөм эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән башҡа призлы урындар алғандар өсөн аҡсалата бүләктәр ҙә әҙерләнде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ш. А. Нәбиуллин, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы З. Һ. Арғынбаев, Афған яуы ветерандарының район ойошмаһы етәксеһе И. И. Хәйризаманов, Тупаҡ ауылы уҙаманы, Афған яуы ветераны Х. Ә. Суфиянов тәбрикләне, көйәрмәндәргә күтәренке кәйеф, бәйгеселәргә еңеүҙәр теләне.
Таштимер ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең моңло сығыштары күңелдәрҙе күтәрҙе. Заһир Хызыровтың, «Ынйы» вокал триоһы (етәксеһе Ләйсән Ғиләжева), Тупаҡ мәктәбе уҡыусыларының йырҙары, Тәлғәт Кәримовтың гармунда өҙҙөрөп уйнауы тамашасыларға ла, бәйгеселәргә дәрт өҫтәне. Данир Әҡсәнов менән Эмиль Ғәлиуллиндың «Башҡорт аты» йыры сараға ауаздаш булды.
Әбйәлилдәрҙән тыш, ярышҡа республикабыҙҙың Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Белорет, Ейәнсура, Архангел, Ғафури райондары, Силәбе өлкәһе Ҡунашаҡ районы, Ырымбур өлкәһе Соль-Илецк һыбайлылары килгәйне.
Аттар алты заезда ярышты. Бына тәүге бәйгеселәр старт алды. Был сабышта улар 2 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттарҙа 1200 метрлыҡ араны һыбай сабып үтергә тейеш. Был дистанцияла өс тиҫтәгә яҡын ат сапты. Елдән етеҙ сабып, аттар финишҡа яҡынлашты. Халыҡ гөж килде: яҡташтарының көслө ҡул сабыуҙары аҫтында беренсе булып финишты Тупаҡ ауылынан Заһир Аҡмырҙин (аттың хужаһы Салауат Баһаув) уҙҙы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы баймаҡтар алды.
Артабан таҙа ҡанлы һәм ярым таҙа ҡанлы 3 йәшлек аттарҙа һыбайлылар 2400 метр арауыҡта ярышты. Бында беренселек Баймаҡ һыбайлыһы Снежана Таймасовала, өсөнсөлөк тә баймаҡтарҙа. Бөрйән районы вәкиле икенсе булып килде.
5000 метр дистанцияла яҡшыртылған башҡорт тоҡомло аттар бәйгеһе Тупаҡ уҙаманы, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтеп,Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Хәлил Сәмиғулла улы Абдулхаҡов иҫтәлегенә ойошторолдо. Был ярышта беренсе һәм өсөнсө урындарҙы Учалы һәм Баймаҡ райондары һыбайлылары алһа, икенсе урынға Әбйәлил һылыуы Алина Хәмзина (Ишдәүләт Һибәтов) лайыҡ булды.
Бына сират сана егеүле аттарға етте. Матур итеп биҙәлгән сана егеүле аттарға ултырып, бәйгеселәр старт алды. Ҡарап тороуы һоҡланғыс күренеш! Бында инде ат һөйөүселәр 3600 метр араны бер-береһен ҡыуышып, беренселеккә ынтылды. Был бәйгелә әбйәлилдәргә еңеү тәтемәне, финишҡа беренсе-өсөнсө булып бөрйәндәр килде, баймаҡтар – икенсе урында.
Ярыштар араһында иң ҡыҙыҡлыһы һәм көсөргәнешле булған бәйгелә ғәҙәттә төрлө тоҡомло һәм бөтә төр йәштәге аттар ҡатнаша. 12000 метр оҙонлоҡтағы бәйге ярыштары махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Тупаҡ ауылы уҙаманы Наил Усман улы Искәнйәров иҫтәлегенә арналды. Был ярышта Ырымбур яҡтарынан килгән һыбайлы Мырҙабек Арсурғәлиев (Алибер Туратбаев) ал бирмәне. Дистанция финишын икенсе булып, яҡташыбыҙ Фаил Зиядрисламов үтте, ҡонашаҡтар өсөнсө урында билдәләнде.
Һәр заезда иң шәп һөҙөмтә күрһәтеп, финишҡа беренсе булып килгән бәйгеселәргә башҡорт тоҡомло ҡолондарға сертификаттар тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө призлы урын алғандар, шулай уҡ финишты дүртенсе-бишенсе булып үткәндәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
Бындай саралар ҡышҡы ат ярыштары ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола дауамы булараҡ йәшәргә тейешлеген иҫбатлай.
* * *
Бик мауыҡтырғыс, сәмле, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә тойолған «Ылаҡ» уйыны ла ойошторолдо был көндө. Унда Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән командалары үҙ-ара көс һынашты. Был уйында беләк көсө генә етмәй, сослоҡ, маһирлыҡ, таһыллыҡ кәрәк бит.
Һуңғы осорҙа республика ярыштарында ал бирмәгән әбйәлилдәр был юлы ла һынатманы, отҡорлоҡ күрһәтеп, беренсе урын яуланы. Баймаҡтар икенсе, бөрйәндәр өсөнсө урынға лайыҡ булды.
* * *
Ат сабыштары булған майҙанда, ғәҙәттә, уҡтан атыу ярышы ла ойошторола. Был көндө лә халҡыбыҙҙың боронғо спорт төрҙәренең береһе булған уҡтан атып, сәпкә тейҙерергә теләүселәр аҙ булманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Миләүшә Хәлилова еңеү яулаһа, ир-егеттәрҙән Камил Шәрәфетдинов иң мәргән тип табылды. Тәү башлап ярышҡа сыҡҡандарҙан Лилиә Хөснөтдинова иң юғары һөҙөмтә күрһәтте. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бәйгеселәрҙе, тамашасыларҙы, шулай уҡ сараға килгән Афған ветерандарын Тупаҡ ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Гөлсөм Хәйҙәрова, Мөслимә Истамбаева, Вәсилә Суфиянова, Фәриҙә Хызырова, Ғәлиә Ғиләжева һәм Заһиҙә Хафизова тәм-томдар әҙерләп, көноҙоно самауырҙар ҡайнатып, бәйгеселәргә һәм тамашасыларға сәй эсерҙе, былау менән һыйланы.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.