Спорт
25 Февраль 2025, 05:23

Ат йәнле Алина

Бөгөн Өфө урман-техник техникумының урман хужалығы бүлегенең өсөнсө курсында уҡып йөрөгән Алина Хәмзина районда үткән ат ярыштарында ла ҡатнашырға ваҡыт таба.

Дауыт ауылында йәшәгән Айгөл һәм Зөлфир Хәмзиндарҙың ҡыҙы Алина 11 йәшенән «Юрға» ат-спорт мәктәбендә шөғөлләнә.  Ат йәнле ҡыҙҙың төрлө бәйгеләрҙә яулаған уңыштары ла бихисап. 
Тәүге тапҡыр 2021 йылғы район һабантуйында Толпар ҡушаматлы ат менән ярыша. 2023 йылда Ватан һаҡсылары көнөнә арнап үткәрелгән ҡышҡы бәйгелә Бубновый ҡушаматлы ат менән өсөнсө урын ала. Былтыр ҡышҡы бәйгелә шул уҡ  Бубновый менән беренсе урынға сыға. 
Һәм бына быйылғы ҡышҡы бәйге лә Алина өсөн уңышлы булды: Аманат ҡушаматлы атта (аттың хужаһы Ишдәүләт Һибәтов) Алина 5000 метрлыҡ дистанцияла финишты икенсе булып үтте. Афарин!

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас