Спорт
7 Марта 2025, 05:16

Рәсәй геройҙары - беҙҙең ғорурлыҡ

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә «Комбат» хәрби көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте.

Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова) һәм «Ете ҡыҙ» вокаль ансамбле (Фәнилә Нөғәмәнова) дәртле сығыштары менән сәләмләгәндән һуң, һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров алды.
— Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Йәш быуын ҡаһармандар рухында тәрбиәләнһен, уларҙы үрнәк итеп алһын. Ватан өсөн ғүмерен ҡыҙғанмаған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ошондай саралар ойоштороу мөһим. Тамерлан Илһамов махсус хәрби операцияла тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп һәләк булды һәм уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ошондай яҡташтар менән ғорурланабыҙ һәм уның иҫтәлегенә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашыусыларға лайыҡлы еңеүҙәр теләйем, — тине ул.  
Вадим Фәнил улы балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, ошо сараны ойоштороуға булышлыҡ иткәне өсөн ярыштарҙың баш судьяһы ICLAS-MMA  халыҡ-ара көрәш лигаһының Рәсәй үҙ-үҙеңде һаҡлау Комбат Федерацияһы вице президенты Ходько Сергей Владимировичҡа район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Әлибаевтар һәм Хөбөтдиновтар ғаиләләре ошондай рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Райондың «Северные Амуры» клубы тәрбиәләнеүселәре, Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған Данил һәм Юнир Дәминдаровтар, Миксфайт буйынса Бөтә Рәсәй турнирҙарында күп тапҡырҙар еңеүсе Силәбе өлкәһенең «Файтер» клубы тәрбиәләнеүсеһе Серикжан Жантаев Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагын күтәргәндән һуң ҡыҙыу ярыштар башланды.
Ярыштар дүрт йәш категорияһында ике дисциплинала ойошторолдо, унда Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан һәм Силәбе өлкәһенән бөтәһе 10 спорт клубынан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Турнир иң көслө көрәшселәрҙе асыҡланы. Ғәҙел һәм ҡыҙыҡлы көрәштә спортсыларыбыҙ үҙ ауырлыҡ һәм йәш төркөмдәрендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 
Беренсе урынға йәш яҡташтарыбыҙ «Северные амуры» клубы тәрбиәләнеүселәре Эмиль Хөснөтдинов, Вилдан Өмөтҡужин, Тамерлан Яҡупов, Әмир Таһиров, Шәйхислам Мәхмүтов, Алмас Ишбулатов, Алим Шаһивәлиев, Ғәзим Уразаев, Айҙар Сафуанов, Салауат Хәйбуллин лайыҡ булды. Шулай уҡ «Баш бүре» клубынан Нурислам Хәсәнов, Илнур Дилмөхәмәтов, Батыр Сафиуллин һәм Ташбулаттан «Батыр» клубы ағзаһы Ринат Туйчуриндар беренселектә билдәләнделәр.
Еңеүселәр кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. 
Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы «Иң яҡшы техника өсөн» номинацияһында еңеү яулаған иң яҡшы спортсыларға аҡсала бүләктәр тапшырҙы.

Р. ШАҺЫБАЛОВА.

Читайте нас