1929 йылда Амангилде ауылында тыуып, ошонда үҫкән Мәһәҙей Мәхмүтдин улы Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаһы. Уның үҫмер сағы ауыр йылдарға тура килә. Ялан-ҡырҙарҙа әттек, һарына эҙләп, баҫыуҙарҙа иген бөртөктәрен сүпләп йөрөгән саҡтарын бик әсенеп хәтерләп һөйләй ине. Шуға ла тыныс ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, тырышып, бар көсөн һалып матур тормош ҡорҙо, өҙөлөп һөйгән Хәтирәһе менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Лайыҡлы рәүештә Рәсәй Федерацияһының сауҙа өлкәһе алдынғыһы исемен йөрөткән Мәһәҙей Ҡужәхмәтовты ауылдаштары, райондаштары, ҡорҙаштары хөрмәт итте. Мәһәҙей Ҡужәхмәтов буш ваҡытында бильярд уйнарға яратты.
2019 йылда арабыҙҙан киткән атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ иҫтәлегенә, беҙ, балалары, бына инде дүртенсе тапҡыр ауылдаштар өсөн бильярд һәм өҫтәл теннисы буйынса турнир үткәрәбеҙ.
Амангилде ир-егеттәре ҡышҡы оҙон кистәрҙә ауыл мәҙәниәт йортонда үтәсәк ярышҡа сәмләнеп әҙерләнде һәм быйыл да уйында ҡатнашыусылар күп булды. Сәмле ярыш көн оҙоно барҙы. Көсөргәнешле уйында беренсе урынды Сәғит Сафин менән Ринат Шаһыбалов яуланы, икенсене Дәүләт Ҡадиров менән Вәхит Камалов алды, өсөнсө урынға Фәнил һәм Фәнис Сафиндар лайыҡ булды.
Өҫтәл теннисы буйынса тәүге өс урынды Айнур Ҡужәхмәтов, Ғәлим Мортазин менән Азат Мансуров яуланы. Иң оло уйынсы булараҡ Хәсән Мансуров (78 йәш), иң йәше тип Илдар Сафин (34 йәш) билдәләнде. Уйындың төп ойоштороусыһы Айнур Ҡужәхмәтов клубҡа кий бүләк итте.
Иртәнсәктән кискә тиклем барған ярыш барышында концерт номерҙары ла, ҡатнашыусылар өсөн бешерелгән тәмле былауҙан ауыҙ итеү, Мәһәҙей Мәхмүтдин улының ҡыҙҙары, килендәре, ейәнсәре бешергән тәм-том менән сәй эсеү ҙә ҡаралғайны.
Үҙе иҫән саҡта барлыҡ балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, кейәү-килендәрен барлап, табын артына йыйырға яратҡан, хаҡлы ялға сыҡҡас ауыл мәсетенең имам хатибы булып иман нуры өләшкән ҡәҙерле кешебеҙҙең рухы шатланғандыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Айгөл ҠУЖӘХМӘТОВА.