Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы директоры Салауат Зәйнуллин, ярыштың төп бағымсыһы «Башаҡ» хужалығы етәксеһе Ғаяз Шәғәлиев һәм Мәжит Солтан улының балалары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты.
Райондың оҫта, тәжрибәле уйынсыларынан төҙөлгән Асҡар, Амангилде, Буранғол, Хәлил, Ташбулат, Таштимер ауыл биләмәләренең һәм колледждың — бөтәһе ете команда үҙ-ара көс һынашты. Уйындар бик ҡыҙыу көсөргәнешле барҙы, бигерәк тә финал уйыны тулҡынландырғыс булды. Быйыл күсмә кубокты Хәлил ауылы биләмәһе командаһы (капитаны Венер Боҫҡонов) яуланы. Икенсе урынға Амангилде ауылы биләмәһенең командаһы (Фәнзил Ҡужәхмәтов) сыҡты. Ташбулат ауылы биләмәһе командаһы (Марат Тажиев) өсөнсө урынды алды.
Ярыштың иң яҡшы уйынсылары ла билдәләнде. Венер Боҫҡонов «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», Милхәт Кирәев «Иң яҡшы уйынсы», Язар Хажин «Иң яҡшы һаҡсы», Риф Ҡарағужин «Иң яҡшы тоташтырыусы» тип табылды. Ҡадир Мөхәмәтдинов үҙе эшләгән картинаһын оҡшаған уйынсыһы Ғайса Алсынбаевҡа бүләк итте.
Еңеүсе командаларға һәм уларҙың уйынсыларына, номинацияларҙа билдәләнгәндәргә кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Р. ДАУЫТОВА.