Турнирҙы ойоштороусылар булып Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Стәрлетамаҡ идара итеү һәм сервис физик культура колледжы, "Рәсәй йәшлеге" ОГФСО-һының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе, "Стәрлетамаҡ-Арена" спорт һарайы сығыш яһаны.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР-һы спорт министры исеменән Р. Т. Хәбибов, БР-һы спорт Министрлығының спорт өлкәһендә дәүләт көйләү идаралығы начальнигы Игорь Ермилов, Стәрлетамаҡ ҡала округы Советы рәйесе Игорь Сыров, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ольга Ланина, спорт ветерандары, ҡатнашыусылар сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.
Ҡунаҡтар һәм спортсылар өсөн ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһаны.
Ярыштар ҡыҙыу барҙы.
Турнир йомғаҡтары буйынса ҡыҙҙар араһында урындар түбәндәгесә бүленде:
1-се урын-Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы,
2-Се урын-Ғафури районы командаһы,
3-сө урын-Стәрлетамаҡ районы командаһы.
Үҫмерҙәр араһында:
1-се урын-Йылайыр районы командаһы,
2-се урын-Әбйәлил районы командаһы,
3-сө урын-стәрлетамаҡ районы командаһы.
"Иң яҡшы уйынсылар» тип Альбина Ирғәлина (Ишҡол), Айнур Хисмәтуллин (Асҡар) билдәләнде.
Командаларҙы әҙерләгәне һәм уңышлы сығыш яһағаны өсөн физик культура уҡытыусылары бүләкләнде:
Ҡорбанғәлин Айбулат Ишбулат улы (гимназия)
Боҫҡонов Венер Ниғмәт улы (Ишҡол)
Ҡадирова Айһылыу Айбулат ҡыҙы (Ташбулат)