Спорт
29 Апреля 2025, 08:09

Батырҙар иҫтәлегенә

Амангилделә йыл һайын волейбол турниры үтә. 

Батырҙар иҫтәлегенәБатырҙар иҫтәлегенә
Батырҙар иҫтәлегенә

 26 апрелдә Амангилделә В.Н. Бакиев иҫтәлегенә  XII тапҡыр волейбол ярышы үтте. Ярыш шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә тип икенсе йыл уҙғарылды. 

Бәйгене асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Ғ. Хәлилов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Р. Дәүләтбаев, физик культура һәм спорт буйынса баш белгес Л. А. Манапова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, БР-һының Урал аръяғы райондары кураторы Х. Ю. Рәхмәтуллин, Вадим Нурислам улының атаһы Н. Д. Баҡыев, туғандары һәм геройҙың класташтары ҡатнашты.

Р.Ғ. Хәлилов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны һәм Заһир һәм Заһит Атанғоловтарҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Районда спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән иң яҡшы спортсылар Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Р.Т. Хәбибовтың рәхмәт хаттары менән Заһир Ғиниәтов, Сыңғыҙ Юлмөхәмәтов, Таһир Йәһүҙин тәбрикләнде. 

Турнирҙы ойоштороусы В. Р. Абдуллинға һәм Р. С. Шаһыбаловҡа «Ватанды һаҡлаусылар» фондының БР-һы буйынса филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Г. Ҡолһаринаның рәхмәт хаттарын тапшырҙылар.   

«Спартак» спорт-мәҙәни берләшмәһе С. Х. Дәминдаровты, Н. М. Ҡужахмәтовты, М. М. Латыповты һәм И. Ә. Мусинды бүләкләне.

Ярышта бөтәһе 6: Амангилде -1, Амангилде-2, Хәмит, Буранғол, 2002 йыйылма  (В. Н.Баҡыев командаһы), Таштимер командалары ҡатнашты. Ҡыҙыу ярышта беренсе урынды Амангилде - 1 командаһы спортсылары яуланы. Икенсе урынды 2002 йылғы йыйылма командаһы алһа, өсөнсө урында Амангилде-2 командаһы спортсылары билдәләнде.
Призерҙарҙы грамоталар, кубоктар, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнеләр, турнир еңеүселәре күсмә кубокҡа лайыҡ булды.

"Иң яҡшы бәйләүсе" тип Денис Гәрәев,"Иң өлкән йәштәге уйынсы" тип Милхәт Кирәев, "Иң яҡшы уйынсы" тип Таһир Йәһүҙин билдәләнде. "Иң яҡшы һөжүмсе" номинацияһында Салауат Ҡаһарманов, "Иң яҡшы һаҡсы" номинацияһында Рәсүл Солтанов еңеүселәр тип танылды. Әйткәндәй, иң яҡшы һаҡсыға бүләкте волейбол ветераны И.Ә. Мусин әҙерләгән. Төп бағыусылар булып Вадим Баҡыевтың класташтары һәм Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте сығыш яһаны.

Турнирҙа ҡатнашыусылар өсөн тирмәлә эҫе аш ойошторолдо.

Батырҙар иҫтәлегенә
Батырҙар иҫтәлегенә
Батырҙар иҫтәлегенә
Батырҙар иҫтәлегенә
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас