Спорт
22 Май 2025, 02:55

Путин «Локомотив» хоккей клубы тренерын ҡотлаған

Владимир Путин “Локомотив” хоккей командаһы тренеры Игорь Никитинды Гагарин Кубогында еңеүе менән шылтыратып ҡотлаған. #ВладимирПутин

Путин «Локомотив» хоккей клубы тренерын ҡотлағанПутин «Локомотив» хоккей клубы тренерын ҡотлаған
Путин «Локомотив» хоккей клубы тренерын ҡотлаған

Финал серияһында Ярославль клубы Силәбе ҡалаһынан «Трактор» командаһы менән биш тапҡыр осраша.

Кисә «Локомотив»  Ярославлдә  «Трактор» ҙы 2:1 иҫәбенә еңеп, осрашыу серияһын 4:1 иҫәбенә еткерҙе. Ошоноң менән ул КХЛ плей-офф финал серияһының бишенсе матчында еңеп, үҙ тарихында тәүге тапҡыр Гагарин Кубогын яуланы.

«Локомотив» составында Мартин Гернат (26-сы минутта) һәм Максим Шалунов (69), ҡаршы команданан Стивен Кэмпфер (54) шайба индерҙе.

    2024 йылда Гагарин Кубогын Магнитогорсктан «Металлург» командаһы яулағайны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас