Спорт
7 Август 2025, 03:16

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Благовещен ҡалаһында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башланы. Ул 2022 йылда төҙөлә башлай. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылдыФизкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Спорт комплексында спорт төрҙәре һәм көрәш менән шөғөлләнеү өсөн залдар, тренажер залы, шулай уҡ 25 метрлыҡ дүрт юллы бассейн бар. Бында мини-футбол, волейбол, баскетбол, ҡул һуғышы, грэпплинг, панкратион, тхэквондо, йөҙөү буйынса дәрестәр үтәсәк. Благовещен ҡалаһының 1-се гимназияһының «шайморатов» кластары уҡыусылары, яңы комплекста самбо буйынса дәрестәр аласаҡ. Шулай уҡ спорт комплексында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация программаларын һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн спорт секцияларын ойошторорға планлаштыралар.

     Физкультура-һауыҡтырыу асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров Благовещенда күптән инде ҙур спорт объекты кәрәк булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров республиканың спорт мәктәптәре һәм учреждениелары тренерҙарына, етәкселәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шулай уҡ республика етәксеһе Благовещен районы башлығы Анна Карабановаға физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификат тапшырҙы. Уның буйынса ГТО нормаларын тапшырған оло йәштәгеләр бушлай спорт менән шөғөлләнә һәм бассейнға йөрөй ала. Ә, Благовещен районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Алексей Козлов Башҡортостан Башлығынан яңы «Газель Next» микроавтобусының асҡысын алды.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас