

Ваҡ ҡом һалынған пляж волейболы майҙансығы, спорт снарядтары, шулай уҡ оҙонлоҡҡа һикереү буйынса нормативтарҙы тапшырыу зонаһы һәм йүгереү юлдары тиҙҙән әҙер буласаҡ.
Р. Ф. Хәбиров:
— Республика идара итеү командаһының бурыстарының береһе — спорт инфраструктураһын булдырыу. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда беҙ спортты финанслауҙы 3 миллиардтан 10 миллиард һумға тиклем арттырҙыҡ — был яҡшы һөҙөмтә. Әле 12 ҙур спорт объекты төҙөлә. Улар иҫәбендә — Өфөлә ябыҡ футбол манежы, Октябрскиҙа боҙ аренаһы, Аҡъярҙа бассейн, республиканың район үҙәктәрендә өс физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Рәсәй Спорт министрлығының «Бизнес-спринт» проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иттек. Был аҡсаға Өфөлә «Бал» спорт комплексы һәм ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Нефтекамала бассейны булған спорт үҙәге, Октябрскиҙа бассейн төҙөлә башланы.
Дүртенсе смена балалары был заманса спорт майҙансығын асыу һәм унда шөғөлләнеү мөмкинселегенә эйә буласаҡ.
Илнур Яхин, «Ирәндек» лагерының директор урынбаҫары:
— Лагерҙә заманса спорт майҙансығы төҙөлөүгә бик шатбыҙ. Был майҙансыҡҡа беҙ күптән мохтаж инек. Ял итеүселәр араһында спорт менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған балалар бар, улар тренерҙары менән махсус шарттар булмаған ерҙәрҙә шөғөлләнергә мәжбүр ине. Хәҙер спортсыларға һәм бөтә балаларға ла йомшаҡ япмалы спорт майҙансығында, йәрәхәтләнеүҙән ҡурҡмай, шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. «Салауат» ЯСЙ-һына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.