Спорт
13 Август 2025, 05:40

Физкультурниктар көнөнә арналған спорт байрамы 16 августа үтәсәк

Спорт уйындары сәғәт 11-ҙә "Уңыш" стадионында ойоштороласаҡ. Программа төрлө спорт ярыштарына, балаларға күңел асыу аттракциондарына бай.

Физкультурниктар көнөнә арналған спорт байрамы 16 августа үтәсәкФизкультурниктар көнөнә арналған спорт байрамы 16 августа үтәсәк
Физкультурниктар көнөнә арналған спорт байрамы 16 августа үтәсәк

Спорт уйындары тәжрибәле спортсыларҙың да, яңы ғына сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡҡан спортсыларҙың да иғтибарын йәлеп итәсәк. Ҡатнашыусыларҙы физик һәләттәрен һәм уйын техникаһын үҙләштереү оҫталығын күрһәтергә мөмкинлек биргән иң популяр спорт төрҙәре буйынса мауыҡтырғыс ярыштар: шашки, шахмат, уҡтан атыу, мини-футбол, волейбол, эстафета, гер күтәреү, арҡан тартышыу, армрестлинг, баскетбол уйындары көтә. Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы төбәктең билдәле спортсылары менән осрашыу һәм аралашыу, уларҙың уңыш серҙәрен белеү һәм үҙ эшенең профессионалдарынан ҡиммәтле кәңәштәр алыу мөмкинлеге көтә. Балаларға айырым иғтибар бүленде: улар өсөн махсус рәүештә оҫталыҡты үҫтереүгә, хәрәкәттәрҙе координациялауға һәм командала берҙәм эш итеү рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе мауыҡтырғыс конкурстар һәм эстафеталар әҙерләнгән. Бөтә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен яратыусыларҙы байрам сараһына ҡушылырға, яңы спорт ҡаҙаныштарынан дәрт һәм илһам алырға саҡырабыҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас