Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Август 2025, 10:37

Спорт һөйөүселәр хөрмәтләнде

Асҡар ауылының «Уңыш» стадионында Физкультурниктар көнөнә арналған спорт байрамы үтте. Сарала спортсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә бик күп булды.

Спорт һөйөүселәр хөрмәтләнде
Спорт һөйөүселәр хөрмәтләнде

Сара спорт һөйөүселәрҙе район мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәренең тәбрикләүе менән асылды.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимны аҫтында дәүләт флагтарын күтәреү хоҡуғы махсус хәрби операция ветераны Рамил Иҫәнбаевҡа һәм спорт ветераны Ришат Минекәйевҡа тапшырылды. Бар ғүмерен спортҡа бағышлаусыларҙы, үҙ өлгөһөндә башҡаларҙы физик культура менән шөғөлләнергә рухландырыусыларҙы, яңы рекордтарға һәм еңеүҙәргә ынтылыусыларҙы хөрмәтләү тантанаһын башлап, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев һүҙ алды.
— Әбйәлил һәр ваҡытта ла беренсе булды. Бөгөн күп спорт ветерандарын күреүемә шатмын. Төрлө төбәктәрҙә беҙ улар менән районды данланыҡ. Үҙебеҙҙең спортсыларҙың еңеүе, спортҡа тоғро кешеләре менән ғорурланам. Ошо спорт майҙансығын башын ябыулы итеү тураһында уйландыҡ, ул ваҡытта ҡар-ямғыр яуғанда ла спорт яратыусылар спорт менән шөғөлләнә аласаҡ, — тип алдағы хыялдары менән уртаҡлашты район башлығы.
Был байрам хәрәкәткә, һаулыҡҡа һәм әүҙем йәшәү рәүешенә һөйөү менән берләшкән төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерҙе. Айрат Зиннәт улы райондың физик культураһын һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бер төркөм спорт ветерандарын район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән тәбрикләне. Урал Харисов, Нуриман Вафин, Ибраһим Йыһаншин, Фәйезйән Әхмәтйәнов, Сәфинә Хәлилова, Зоя Дәминдарова, Таһир Сәйфуллин, Сәғит Ғәлимов, Зөлфәр Байбулатов, Фирғәт Хәлилов, Клара Абдуллина, Сәлим Дәминдаров, Зөлфирә Ғиззәтова, Рәсүл Йәнбирҙин, Ирек Мусин, Артур Дәүләтбаев, Гөлсиә Миәнова райондың юғары наградаһына лайыҡ булды. Йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуға индергән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн педагогик спорт ветерандары: Риф Ғиззәтов, Клара Ғиззәтова, Нил Ҡужәхмәтов, Фәйезйән Тайсин, Айбулат Солтанов, Рәмил Иҫәнбаев, Нуритдин Ишмөхәмәтов, хәрби патриотик спорт үҙәгенән Венер Боҫҡонов, Динир Мырҙабаев, Радмир Һиҙиәтов, Руслан Илһамов, Илмир Бүләкбаев, Руслан Ғәлләмов Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Вадим Изгин, Илгиз Әбделғәзин, Зөфәр Шөғүровтарҙың тәрбиәләнеүселәре БР Спорт министрлығының стипендиаттары һәм көрәш һәм стилле каратэ буйынса йыйылма команда ағзалары, уларҙы ла район башлығы тәбрикләне.
Шулай уҡ, Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Денис Таһиров, 1-се Асҡар урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, райондың футбол йыйылма командаһы капитаны Зөлфәт Үтәғолов, райондың ирҙәр футбол йыйылма командаһы ағзалары Ураҙбай Сафиулин, Айҙар Халиҡов, ҡатын-ҡыҙҙар волейбол йыйылма командаһынан Гөлнур Минһажева, шахмат йыйылма командаһынан Лилиә Шафиҡова, район футбол командаһынан Наил Йәһүҙин, спорт үҫешенә булышлыҡ иткән өсөн шәхси эшҡыуар Илнур Ялалов, Фидан Ғилмитдинов, Илмир Хәлилов, Сәғит Сәлмәнов, Азамат Зариповты бүләкләне.
Башҡортостан Республикаһы Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең район ойошмаһы ағзалары тәбрикләнде. Спорт туризмы буйынса республика ярыштары призерҙары Нур Аллаяров, ауыр атлетика, еңел атлетика, армрестлинг, дартс, теннис буйынса район ярыштары призеры Юлай Аҙнабаев, Йәмил Аҡмырҙиндарҙың еңеүҙәре лә билдә-ләнде.
— Был егеттәр район һәм республика ярыштарында еңеүселәр һәм көслө рухлы кешеләр», — тип билдәләне район башлығы.
Йола буйынса, йыл һайын район ойошмалары һәм учреждениелары араһында ысын спорт һәм һаулыҡ байрамы — Спартакиада үтә. 2024 йылдың ноябренән 2025 йылдың майына тиклем 13 төрлө спорт төрөндә ярыштар үткән. Ошо спорт сараларында әүҙемлек күрһәткән ойошмалар етәкселәре Айрат Әминев, Айҙар Хәкимов, Даян Сафин, Данис Хилажев, Ласын Усманов, Аданис Сафиуллин, Илгиз Килдейәров, Арсен Ғүмәров, Тимур Сөләймәнов, Арслан Алекешев һәм Зөфәр Шөғүровтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте баһаланды. Ошо спартакиада еңеүселәре етәкселәре кубок алыр өсөн пьедесталға күтәрелделәр: район эске эштәр бүлеге (Арслан Алекешев) өсөнсө урынды алды, район мәғариф бүлегенә (Айҙар Хәкимов) икенсе урын бирелде, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Ласын Усманов) беренселекте яуланы.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин юғары профессионализм һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Айһылыу Ҡадирова, Тәлғәт Ишбулатов, Азат Сафиуллин, Гөлиә Баһауетдинова һәм Илһам Хатаповты Почет грамоталары менән бүләкләне. Спорт ветерандарына иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды.
Ҙур байрамда төрлө спорт уйындары гөрләне.

Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас