Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Август 2025, 16:04

Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға шәп бүләк!

«Салауат» спорт майҙансығын асыу тантанаһында ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев, «Ирәндек» лагеры директоры Ирек Хәсәновҡа бирелде. Улар балаларҙы яңы майҙансыҡты асылыу уңайынан ҡотлап, спортты һөйөүҙәрен һәм сәләмәт, әүҙем булып үҫеүҙәрен теләне.

Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға шәп бүләк!
Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға шәп бүләк!

Хозур тәбиғәт мөйөшөндә ял итеүсе балалар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Сменаһына өс йөҙҙән ашыу баланы ҡабул иткән лагерҙа йәйге каникулдар күңелле һәм файҙалы үтә. Заманса спорт майҙансығы малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн ҙур бүләк булды. Ул бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп эшләнгән. Йомшаҡ япмалы баскетбол һәм футбол майҙансығы, ваҡ ҡом түшәлгән пляж волейболы өсөн майҙансыҡ, спорт инвентарҙары ҡуйылған воркаут-зонала ГТО буйынса нормативтарҙы тапшырыу майҙансығы, йүгереү өсөн юлдар, көйәрмәндәр өсөн трибуналар бар.

Радий Хәбиров:
— Башҡортостанда балаларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу — мөһим маҡсаттарҙың береһе. — Спорт тормошомдағы күп үрҙәрҙе яуларға ярҙам итте. Хәҙер балаларға спорт менән шөғөлләнергә тейешле шарттар булдырыу төп бурысымдың береһе тип иҫәпләйем. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә — ҙур ҡалаламы йәки бәләкәй ауылдамы — балалар спортҡа ылығырға тейеш.

«Салауат» спорт майҙансығын асыу тантанаһында ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев, «Ирәндек» лагеры директоры Ирек Хәсәновҡа бирелде. Улар балаларҙы яңы майҙансыҡты асылыу уңайынан ҡотлап, спортты һөйөүҙәрен һәм сәләмәт, әүҙем булып үҫеүҙәрен теләне.
Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев сикһеҙ ҡыуанысын йәшермәне.
— Спорт майҙансығын асыу беҙҙең өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Балаларға шундай бүләк яһаған «Салауат» ЯСЙ-һына, шулай уҡ төҙөлөш эшен ваҡытында һәм сифатлы башҡарған подрядсы ойошмаға рәхмәт. Улар бик яуаплы ҡарап, бурыстарын теүәл үтәне. «Салауат» йәмғиәте директоры Таһир Тимербай улына мөрәжәғәт итеп, беҙҙең лагерҙың шефы булһын тигән теләк еткерәм. «Ирәндек»те «Артек» йәки «Орленок» кеүек данлыҡлы лагерь итеү – минең хыялым. Балалар рәхәтләнеп спорт майҙансығында уйнаһындар, көс-ҡеүәт алһындар, — тине Айрат Зиннәт улы.
Район етәксеһе спорт майҙансығын төҙөүгә ҙур өлөш индергән һәр кемгә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Һәм «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры «Салауат» спорт майҙансығын лагерға тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Таһир Бәхтегәрәев байрамға буш ҡул менән килмәгән, ул балаларға футбол һәм баскетбол туптарын тапшырҙы.
— Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булһын өсөн ошо майҙансыҡты төҙөргә ҡарар иттек. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәр ваҡыт социаль яуаплылыҡҡа ҙур иғтибар бүлә. Балалар тураһында хәстәрлек күреү — ул районға, республикаға, илгә инвестиция һалыу. Спорт инфраструктураһын үҫтереүгә өлөш индерә алыуыбыҙға шатбыҙ, — тип билдәләне Таһир Бәхтегәрәев.
Ирек Хәсәнов бындай заманса майҙансыҡ лагерь етәкселегенең хыялында ғына булмауын әйтте һәм сикһеҙ шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Һанаулы ғына ваҡыт эсендә лагерь биләмәһендә өр-яңы объект барлыҡҡа килеүе беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Спорт майҙансығы лагерҙа ял итеүселәр өсөн генә түгел. Бында йыл әйләнәһенә район, республика кимәлендәге спорт ярыштарын үткәрергә мөмкин, — тип билдәләне Ирек Әҙеһәм улы.
— Беҙ был объектҡа июнь аҙағына тотондоҡ һәм август уртаһында төҙөлөш эштәрен тамамланыҡ. Майҙансыҡтың хаҡы 17 миллион һум тәшкил итә. Объект бөтә спорт нормаларына һәм хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы эшләнде. Был беҙҙең беренсе проект түгел, әлеге йүнәлештә тәжрибәбеҙ ҙур. Балаларға майҙансыҡ ҙур спорт донъяһына трамплин булһын, — тине үҙ сығышында «Урал төҙөлөш идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Станислав Тарасюк.
Спорт байрамын «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова) һәм «Талисман» вокал ансамбле (Фәнилә Нөғәмәнова) ҡыҙҙары һәм малайҙарының дәртле сығыштары биҙәне.

Зилиә Фәттәхова:
— Улым бөгөн ярышта ҡатнаша. Яңы майҙансыҡ бик шәп. Хәүефһеҙ һәм йомшаҡ япмалы спорт комплексында төрлө тренажерҙар ҡуйылған зона, футбол, волейбол майҙансыҡтары бар, хатта көйәрмәндәр өсөн уңайлы трибуналар ҡаралған. Балаларға йәйге каникулдарҙа ял итергә һәм спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек булды.

Тантананан һуң яңы спорт майҙан-сығында тәүге район ярыштарына старт бирелде. Футболсылар тип-тигеҙ япмала туп типте, ҡыҙҙар командалары пляж волейболында таһыллыҡ күрһәтте. Спортсылар шәп майҙансыҡ асылыуына ҡыуаныстарын белдереп, киләсәктә район, республика күләмендәге ярыштарҙың бында ойоштороласағына ышаныс белдерҙе.
— Мин «Ирәндек»тә икенсе йыл ял итәм. Лагерҙа бик оҡшай, вожатыйҙар беҙҙең өсөн төрлө уйындар-конкурстар уҙғара. Тәмле ашаталар, — ти Асҡар ҡыҙы Дания Әхмәтова. — Яңы спорт майҙансығы асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк. Беҙгә бик оҡшай, айырыуса тренажерҙар.
Бейек тауҙар ҡосағында, йәмле Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан лагерҙа ял итеү үҙе бер сихәт. Бында йыл буйына етерлек көс тупларға мөмкин. Ә хәҙер ҡыҙҙар һәм малайҙарға саф һауала спорт менән дә шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар. «Салауат» спорт майҙансығы балаларға оло спортҡа, ҙур еңеүҙәргә старт бирһен.

Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға шәп бүләк!
Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға шәп бүләк!
Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға шәп бүләк!
Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас